Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 17:12 - Изге Яҙма

12 Дауыт Йәһүҙәнең Бейт-Ләхәм ҡалаһынан Әфраҫ кешеһе Ишайҙың улы ине. Ишайҙың һигеҙ улы бар ине. Шаул батшалыҡ иткән заманда Ишай өлкән йәштә ине инде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 17:12
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Рәхилә вафат булды. Уны Әфраҫаға, йәғни Бейт-Ләхәмгә барған юл буйында ерләнеләр.


Бына Дауыттың һуңғы һүҙҙәре: «Алла юғары күтәргән, Яҡуптың Аллаһы мәсехләгән заттың – Исраилдың һөйөклө йырсыһы Дауыт Ишай улының һуңғы һүҙҙәре ошо:


Эй һин, Әфраҫалағы Бейт-Ләхәм, Йәһүҙә нәҫелдәренең иң бәләкәсе булһаң да, Минең ихтыярым буйынса, Исраилға юлбашсы буласаҡ зат һинән сығыр. Уның тамыры әүәлдән, борон-борондан уҡ килә.


Ишай Дауыт батшаның атаһы ине. Дауыт Урияһтың ҡатынынан тыуған Сөләймәндең,


Ғайса Йәһүҙиә ерендәге Бейт-Ләхәм ҡалаһында Һируд батша идара иткән заманда тыуҙы. Ошо мәлдәрҙә көнсығыштан Йәрүсәлимгә аҡыл эйәләре килде.


«Эй Йәһүҙәләге Бейт-Ләхәм, һин Йәһүҙә хакимдары араһында һис тә иң бәләкәсе түгел, сөнки һинән Юлбашсы сығасаҡ. Ул Минең халҡым Исраилдың Көтөүсеһе буласаҡ».


Был кешенең исеме – Әлимәләх, ҡатыныныҡы – Ноғоми, ә улдарыныҡы Махлон менән Килйон ине. Йәһүҙә биләмәһендәге Бейт-Ләхәм ҡалаһынан, Әфраҫ ерҙәренән булған был ғаилә Моав иленә күсеп килеп, шунда төйәкләнде.


Күрше ҡатындар балаға исем ҡушып: – Ноғомиҙың улы тыуҙы, – тинеләр. Уны Ғовед тип атанылар. Ғовед – Ишайҙың, Ишай – Дауыттың атаһы.


Ғоведтан Ишай тыуҙы, ә Ишайҙың улы иһә – Дауыт.


Әфраим таулығындағы Рамаҫаим-Суфим ҡалаһында бер кеше йәшәй ине. Уның исеме Әлҡана булып, Әфраим ырыуынан Йерохамдың улы ине. Йерохам – Әлиһу, Әлиһу – Тоху, ә Тоху иһә Суфтың улы.


Раббы Шемуилға: – Һин ҡасанға тиклем Шаул өсөн көймәксеһең? Мин унан баш тарттым – ул Исраилға башҡаса батша булмаясаҡ. Мөгөҙгә зәйтүн майы тултыр ҙа юлға сыҡ. Мин һине Бейт-Ләхәмдә йәшәгән Ишай тигән кешегә ебәрәм: уның улдарының береһен батша итеп күҙләнем, – тине.


Ярандарының береһе: – Бейт-Ләхәмдә йәшәгән Ишайҙың бер улын күргәйнем, – тине. – Лирала матур уйнай. Ҡыйыу йөрәкле көслө бер һуғышсы, хәбәре аҡыллы, ҡиәфәте күркәм. Раббы ла уның менән.


Уның был һүҙҙәрен ишетеп, Шаулдың да, барса исраилдарҙың да ҡоттары алынды, барыһы ла ҡурҡыуға ҡалды.


Шаул: – Үҫмер, һин кемдең улы булаһың? – тип һораны. – Бейт-Ләхәмдән ҡолоң Ишайҙың улымын, – тип яуап ҡайтарҙы Дауыт.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ