8 Ишай Авинадавты Шемуил алдынан үткәрҙе. Шемуил: – Раббы быныһын да һайламаны, – тине.
Сөләймәндең ҡыҙы Тафаҫҡа өйләнгән Бен-Авинадав – бөтә Нафаҫ-Дорҙа;
Ишайҙың баш балаһы – Әлиав, икенсе улы – Авинадав, өсөнсөһө – Шимға,
Ишайҙың өлкән улдарының өсәүһе Шаул менән яуға киткәйне. Һуғышҡа киткән улдарының исемдәре былай: баш балаһы – Әлиав, икенсеһе – Авинадав, өсөнсөһө – Шамма.
Ҡыръяҫ-Еғаримда йәшәүселәр Раббының һандығын барып алды. Уны Авинадавтың ҡалҡыулыҡта торған йортона алып менделәр, улы Әлғазарҙы изгеләндереп, Раббы һандығын һаҡларға тәғәйенләнеләр.