7 Әммә Раббы Шемуилға: – Уның матурлығы менән буйсанлығына ҡарама. Мин уны кире ҡаҡтым, Раббы әҙәм кеүек күрмәҫ. Кеше тышҡы ҡиәфәткә, ә Раббы йөрәккә ҡарай, – тине.
ә Ҡабилды һәм уның бүләген оҡшатманы. Асыуҙан Ҡабилдың һөмһөрө ҡойолдо.
Бөтөн Исраилда Авшалом һымаҡ күркәмлеге өсөн маҡталған бер генә ир-ат та юҡ ине. Баш түбәһенән алып аяҡ табанына тиклем бер генә килмәгән ере лә юҡ ине уның.
Дауыт һиңә тағы нимә әйтә ала? Һин бит Үҙеңдең ҡолоңдо беләһең, Раббы Хакимым!
Һин күктәрҙән – Үҙ торлағыңдан – тороп ишет һәм ярлыҡа. Ярҙам ит, һәр береһенә ҡылғандарына күрә бир, сөнки әҙәм балаларының күңелендәген бары тик Һин генә беләһең.
Ҡолоңдо шулай ҙурлаған өсөн Дауыт Һинең алда тағы нимә әйтә ала инде? Һин бит Үҙеңдең ҡолоңдо беләһең!
Һин, Сөләймән улым, атайыңдың Аллаһын бел һәм уға бөтөн йөрәгең һәм бар булмышың менән хеҙмәт ит, сөнки Раббы бөтә йөрәктәрҙе һынап ҡарай һәм уйҙарҙың һәр ынтылышын аңлай. Әгәр Уны эҙләһәң – табырһың, ә инде Уны ташлаһаң, Ул һинән бөтөнләй ваз кисер.
Раббы ер йөҙөндәге бар нәмәне күҙәтеп тора, Үҙенә тоғроларға көс-ҡеүәт бирә. Һин алйоттарса эш иттең. Бынан һуң башың һуғыштан сыҡмаясаҡ.
Һин күктәрҙән – Үҙ торлағыңдан – тороп ишет һәм ярлыҡа. Һәр береһенә ҡылғандарына күрә бир, сөнки әҙәм балаларының күңелендәген бары тик Һин генә беләһең.
Әллә Һинең дә күҙҙәрең әҙәм балаһыныҡы һымаҡмы? Кеше нисек күрә, Һин дә шулай күрәһеңме?
Күккә ҡара ла күр, болоттарҙы күҙәт, Улар һинән ниндәй бейек.
Яман әҙәмдән арала мине, Раббы, Залим бәндәнән ҡурсала.
Халыҡтарға хөкөм ҡыла Раббы. Раббы, минең дә дәғүәмде ҡара; Хаҡлығыма, паклығыма күрә ҡарар сығар.
Үлеләр донъяһы һәм Һәләкәт урыны асыҡ булған Раббыға кешенең йөрәгендә ниндәй сер булһын!
Кеше бөтә юлдарын да пак тип һанай, ләкин Раббы күңелдәрҙе һынап ҡарай.
«Беҙ быны белмәнек бит», – тиһәң дә, йөрәгендәген Үлсәүсе белмәҫме? Һинең йәнеңде Күҙәткән аңламаҫмы? Ул һәр кемгә ғәмәленә күрә әжерен бирә.
Мөләйемлек – алдаҡсы, матурлыҡ – буш, ә Раббынан ҡурҡҡан ҡатын данға лайыҡ.
Әммә Һин – ғәҙел хөкөм ҡылған Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Һин – күңелде һәм булмышты һынаусы, Уларҙан үс алғаныңды күрәйемсе, Дәғүәмде Һиңә тапшырҙым!
Мин, Раббы, кешенең йөрәген беләм, Кешенең булмышын һынайым. Һәр кемгә ҡыуған юлына күрә, Эшенең емешенә ҡарап әжерен бирәм.
Эй Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Һин тоғро кешене һынайһың, Уның эс-бауырын үтәнән-үтә күрәһең. Дәғүәмде Һинең ҡулыңа тапшырҙым, Инде ҡон ҡайтарғаныңды күрһәм ине!
Ғайса уларға былай тине: – Һеҙ кешеләр алдында үҙегеҙҙе хаҡ итеп күрһәтәһегеҙ, әммә Алла һеҙҙең күңелегеҙҙе белә. Кешеләр юғары баһалаған нәмә – Алла өсөн ерәнгес.
Тыштан нисек күренеүенә ҡарап хөкөм итмәгеҙ, хаҡлыҡ менән хөкөм итегеҙ!
Һеҙ кешеләр үлсәме менән хөкөм йөрөтәһегеҙ, ә Мин бер кемде лә хөкөм итмәйем.
– Раббыбыҙ! Һиңә һәр береһенең күңелендә ни ятҡаны мәғлүм. Йәһүҙә үҙенә насип урынға китте инде. Ул ҡалдырған вазифаны һәм илселекте ҡабул итергә Һин был икәүҙең ҡайһыһын һайланың, шуны күрһәт, – тип доға ҡылдылар.
Кемдер: «Ул үҙенең хаттарында ҡырыҫ һәм көслө, үҙе иһә кеше алдында көсһөҙ, телмәре лә әһәмиәтһеҙ», – ти.
Күҙ алдығыҙҙағы нәмәгә ҡарағыҙ! Кем, мин – Мәсихтеке, тип ышана, үҙ алдына уйлаһын: ул Мәсихтеке булған кеүек, беҙ ҙә Мәсихтеке.
Яратылған бер генә йән эйәһе лә Алла күҙенән йәшеренә алмай. Уның өсөн бөтә нәмә асыҡ һәм нисек бар, шулай күренә. Шуға ла беҙ Уның алдында яуап тоторға тейешбеҙ.
Уға – кешеләр ташлаған, әммә Алла тарафынан һайлап алынған, Уның күҙендә ҡиммәтле тере Таш янына килеп,
ә ысын йөрәктән сыҡҡан, баҫалҡы һәм тыныс холоҡтоң һулымаҫ эске матурлығында булһын. Алла алдында бына шул ҡиммәтле.
Уның балаларын үлем менән юҡҡа сығарасаҡмын. Шул саҡта кешенең уй-тойғоларын һынағанымды бөтә берҙәмлектәрҙә лә белерҙәр. Барығыҙға ла эшегеҙгә ҡарата тейешлеһен бирермен.
Һауалы хәбәрҙәр ҡуйыртмағыҙ, Телегеҙҙән тәкәббер һүҙҙәр сыҡмаһын, Сөнки Раббы – бар нәмәне белгән Алла. Һәр эш Уның тарафынан үлсәмле.
Ҡиштың Шаул исемле йәш, күркәм улы бар ине. Исраилдар араһында унан да матурырағы булмағандыр. Буйы һәр кешенән бер башҡа ҡалҡыуыраҡ ине.