3 Ишайҙы ҡорбан ашына саҡыр. Мин һиңә нимә эшләргә икәнен белгертермен. Кемде күрһәтһәм, Минең өсөн шуны мәсехләрһең.
Йәрүсәлимдән Авшалом менән ул саҡырған ике йөҙ кеше китте. Улар, эштең ниҙә икәнен белмәйенсә, ихлас күңелдән эйәргәйне.
Шунда Садоҡ ҡаһин менән Наҫан пәйғәмбәр уны Исраилға батша итеп мәсехләһен. Унан борғо ҡысҡыртып: «Йәшәһен Сөләймән батша!» – тип тәбрикләгеҙ.
Исраилдың бөтә аҡһаҡалдары Хевронға батша янына килә. Хевронда Раббы хозурында Дауыт улар менән килешеү төҙөй. Аҡһаҡалдар, Раббының Шемуил аша еткерелгән һүҙе буйынса, Дауытты Исраилға батша итеп мәсехләй.
Уның менән һөйләш, нимә әйтергә кәрәклеген аңлат. Һөйләгәндә икегеҙгә лә ярҙам итермен, эргәгеҙҙә булырмын, ни эшләргә икәнен өйрәтермен.
Тор ҙа ҡалаға бар. Нимә эшләргә икәнен һиңә унда әйтерҙәр.
– Иртәгә ошо ваҡытта Бинйәмин еренән һиңә бер кешене ебәрермен. Уны халҡым Исраилдың хакимы итеп мәсехләрһең. Ул халҡымды пелештиҙәр ҡулынан ҡотҡарыр. Мин халҡымдың ғазабына баҡтым, уның аһ-зарҙары Миңә килеп етте, – тине.