21 Дауыт килеп, Шаулға хеҙмәт итә башланы. Батша уны бик оҡшатты, үҙенә ҡорал йөрөтөүсе итеп тәғәйенләне.
Мысыр батшаһы фирғәүенгә хеҙмәт итә башлағанда Йософҡа утыҙ йәш ине. Фирғәүен янынан китеп, Йософ бөтә Мысырҙы йөрөп сыҡты.
Ҡайһылай бәхетле һинең кешеләрең, был хеҙмәтселәрең! Улар гелән яныңда булып, бөтә хикмәттәреңде ишетә-күрә йөрөйҙәр.
Нисек юлын пак килеш һаҡлар йәш кеше? Бары Һинең һүҙҙәреңде тотоп ҡына.
Ул китек күңелдәрҙе бөтәйтә, Йәрәхәттәрҙе бәйләй.
Минең күңелем Һиңә яғыла, Һинең уң ҡулың мине ныҡ тота.
Үҙ эшенең оҫтаһын күргәнең бармы? Ул ябай кешеләргә түгел, батшаларға хеҙмәт итер.
Әммә ярҙамсың Нун улы Йушағ унда керер. Уны ҡеүәтлә, сөнки был ерҙе биләргә исраилдарҙы ул алып барыр.
Ошо ваҡытта Раббы Үҙенең Килешеү һандығын күтәреп йөрөтһөндәр, ҡаршыһында Үҙенә хеҙмәт итһендәр һәм Уның исеме менән фатиха бирһендәр өсөн Леви ырыуын айырып алды. Был әлеге көндә лә шулай дауам итә.
Авимәләх тиҙ генә үҙенең ҡорал йөрөтөүсеһен саҡырып алды ла: – Ҡылысыңды сығар ҙа мине сәнсеп үлтер! Минең хаҡта: «Уны ҡатын кеше үлтерҙе», – тип әйтмәһендәр, – тине. Ҡорал йөрөтөүсе егет уға ҡылысы менән сәнсте, һәм Авимәләх йән бирҙе.
Ә Ишайға: «Дауыт миндә хеҙмәттә ҡалһын. Уны бик хушһындым», – тип хәбәр ебәрҙе.
Дауыт атаһының һарыҡтарын көтөр өсөн, әленән-әле Шаул янынан Бейт-Ләхәмгә ҡайтып йөрөй торғайны.
Пелештигә ҡаршы барған Дауытты күргәс, Шаул ғәскәр башлығы Авнерҙан: – Авнер, был үҫмер кемдең улы? – тип һораны. – Ғүмерең оҙон булһын, батшам, белмәйем, – тип яуап ҡайтарҙы Авнер.
Йонаҫан, Дауытты саҡырып, ошоларҙың барыһын да һөйләп бирҙе. Шунан ул Дауытты Шаулға алып барҙы. Бынан һуң Дауыт элекке кеүек батшаға хеҙмәтен дауам итте.