2 – Мин унда нисек барайым? – тине Шемуил. – Шаул ишетеп ҡалһа, мине үлтерәсәк бит. – Үҙең менән бер орғасы башмаҡ ал. Раббыға ҡорбан салырға килдем, тип әйтерһең, – тине Раббы. –
– Фирғәүенгә барып, Исраил халҡын Мысырҙан алып сығырға мин кем һуң? – тип һораны Муса Алланан.
Бына Мин һеҙҙе бүреләр араһына һарыҡтар кеүек ебәрәм. Шуға күрә, йылан һымаҡ зирәк һәм күгәрсендәй эскерһеҙ булығыҙ.
– Нисек инде, минең ирҙәр менән яҡын мөнәсәбәттә булғаным да юҡ бит? – тине Мәрйәм.
Ишайҙы ҡорбан ашына саҡыр. Мин һиңә нимә эшләргә икәнен белгертермен. Кемде күрһәтһәм, Минең өсөн шуны мәсехләрһең.
«Зинһар рөхсәт ит, нәҫелебеҙ ҡалала ҡорбан сала. Ағайым миңә лә ҡайтырға ҡушты. Әгәр ҙә күңелеңә хуш килһәм, ебәр, барып туғандарымды күреп киләйем», тине. Шуға ул батша табынына килмәне.
– Эйе, ана, алдығыҙҙа. Тик тиҙерәк барығыҙ. Бөгөн ул ҡалаға килде, сөнки халыҡ табыныу ҡалҡыулығында ҡорбан килтерә, – тип яуапланы ҡыҙҙар. –