16 Хакимыбыҙ, беҙгә, һиңә хеҙмәт иткән ҡолдарыңа, әмер бир, лирала оҫта уйнаған берәй кешене эҙләйек. Алланан килгән яуыз рух иңгәндә, ул уйнар ҙа һиңә рәхәтерәк булыр.
Мысыр батшаһы фирғәүенгә хеҙмәт итә башлағанда Йософҡа утыҙ йәш ине. Фирғәүен янынан китеп, Йософ бөтә Мысырҙы йөрөп сыҡты.
Ҡайһылай бәхетле һинең кешеләрең, был хеҙмәтселәрең! Улар гелән яныңда булып, бөтә хикмәттәреңде ишетә-күрә йөрөйҙәр.
Ә хәҙер арфала уйнаған берәйһен табып килтерегеҙ. Арфасы килеп уйнай башлағайны, Ильясиғинға Раббының ҡөҙрәте иңде.
Шунан һуң пелештиҙәрҙең һаҡсы ғәскәре торған Алла Гивғаһына килеп етерһең. Ҡалаға ингәс, лира, дөңгөр, һыбыҙғы, арфа тауыштары аҫтында табыныу ҡалҡыулығынан пәйғәмбәрлек итеп төшөп килгән бер төркөм пәйғәмбәрҙәрҙе осратырһың.
Раббы рухы Шаулдан айырылды. Уны Раббы күндергән бер яуыз рух бошоноуға һалды.
Ярандары Шаулға: – Алланан булған бер яуыз рух ғазаплай һине, – тинеләр. –
Шаул хеҙмәтселәренә: – Миңә лирала оҫта уйнаған берәйһен табып килтерегеҙ, – тип бойорҙо.
Иртәгәһенә былай булды: Алла күндергән яуыз рух Шаулды солғап алды. Шаул үҙенең өйөндә диуаналанырға кереште. Дауыт, ғәҙәттәгесә, лираһында уйнап ултыра ине. Ә Шаул ҡулына һөңгөһөн тотҡайны.
Бер көндө Шаул өйөндә ултыра, һөңгөһө ҡулында, ә Дауыт уға лирала уйнай ине. Шул саҡ Раббы күндергән яуыз рух Шаулды солғап алды.