12 Ишай кеше ебәреп, улын килтертте. Ул ике бите ҡыҙарып янып торған, матур күҙле, күркәм йөҙлө ине. Раббы Шемуилға: – Тор, уны мәсехлә, һайлаған кешем ошо, – тине.
Хужа булған бөтә нәмәһен Йософҡа тапшырҙы – хәҙер инде Мысыр кешеһенең бөтә ҡайғыһы тик ашап-эсеүҙән генә тора ине. Йософ төҫкә-башҡа ла, буй-һынға ла матур ине.
Бына Дауыттың һуңғы һүҙҙәре: «Алла юғары күтәргән, Яҡуптың Аллаһы мәсехләгән заттың – Исраилдың һөйөклө йырсыһы Дауыт Ишай улының һуңғы һүҙҙәре ошо:
Инде ҡолом Дауытҡа былай тип әйт: Күк ғәскәрҙәре Раббыһы һиңә шулай ти: «Мин һине, һарыҡ көтөп йөрөгән ереңдән алып, Үҙ халҡым Исраилдың юлбашсыһы итеп ҡуйҙым.
Шунда Садоҡ ҡаһин менән Наҫан пәйғәмбәр уны Исраилға батша итеп мәсехләһен. Унан борғо ҡысҡыртып: «Йәшәһен Сөләймән батша!» – тип тәбрикләгеҙ.
Донъя батшалары ҡуҙғалыша, Хакимдар берләшә Раббыға һәм Уның мәсихенә ҡаршы.
Әйтер: «Мин Сионға, изге тауыма, Үҙемдең батшамды ултырттым».
Ҡатыны, ауырға ҡалып, ир бала тапты һәм, малайҙың бик күркәм икәнен күреп, өс ай буйы йәшереп тотто.
Һөйгәнем нурлы, биттәре алһыу ғына, Ун меңдәр араһында берҙән-бер.
Бейҙәре ҡарҙан пак, һөттән аҡ ине, Тәндәре мәрйендәй алһыу, Үҙҙәре зәңгәр яҡутҡа тиң ине.
– Былар – бөтә донъяның Хакимына хеҙмәт иткән, зәйтүн майы менән мәсехләнгән ике кеше, – тине фәрештә.
Ысынлап та, Һируд менән Понтиос Пилатос ошо ҡалала Үҙең мәсехләгән изге Хеҙмәтсең Ғайсаға ҡаршы мәжүсиҙәр һәм Исраил халҡы менән берләште.
Шул ваҡытта Муса тыуған. Ул бик матур бала булған. Өс ай буйы атаһы йортонда тәрбиәләнгәндән һуң,
Иман аша Муса ла ата-әсәһе тарафынан өс ай буйы йәшереп тотола, сөнки ата-әсәһе уның бик матур бала булыуын күрә, уларҙы батша фарманы ла ҡурҡытмай.
Ярандарының береһе: – Бейт-Ләхәмдә йәшәгән Ишайҙың бер улын күргәйнем, – тине. – Лирала матур уйнай. Ҡыйыу йөрәкле көслө бер һуғышсы, хәбәре аҡыллы, ҡиәфәте күркәм. Раббы ла уның менән.
Ике бите янып торған күркәм йөҙлө йәш егетте күреп, Голиаҫ уға мыҫҡыллы ҡараш ташланы.
Пелештигә ҡаршы барған Дауытты күргәс, Шаул ғәскәр башлығы Авнерҙан: – Авнер, был үҫмер кемдең улы? – тип һораны. – Ғүмерең оҙон булһын, батшам, белмәйем, – тип яуап ҡайтарҙы Авнер.
Шемуил Шаулды күргәс, Раббы уға: – Бына Мин һиңә әйткән кеше. Халҡыма ул идара итер, – тине.