10 Ишай Шемуил янына бер-бер артлы ете улын да алып килеп ҡараны. Әммә Шемуил: – Раббы быларҙың береһен дә һайламаны, – тине.
Шунан Ишайҙан: – Улдарыңдың һәммәһе лә бындамы? – тип һораны. – Йәнә төпсөк улым бар, – тип яуап бирҙе Ишай. – Ул һарыҡ көтә. – Берәйһен ебәр, алып килһендәр, – тине Шемуил. – Ул килмәйенсә, тәғәм ейергә ултырмаясаҡбыҙ.
Бынан һуң Ишай Шамманы алып килде. – Раббы быныһын да һайламаны, – тине Шемуил.
Дауыт Йәһүҙәнең Бейт-Ләхәм ҡалаһынан Әфраҫ кешеһе Ишайҙың улы ине. Ишайҙың һигеҙ улы бар ине. Шаул батшалыҡ иткән заманда Ишай өлкән йәштә ине инде.