31 Шемуил уның менән бергә кире боролдо, һәм Шаул Раббыға ғибәҙәт ҡылды.
Шунан Дауыт ерҙән тороп йыуынды, хуш еҫле май һөртөп, кейемен алыштырҙы ла Раббы йортона барып ғибәҙәт ҡылды. Өйөнә ҡайтҡас, аҙыҡ килтереүҙәрен һорап, ашап алды.
– Һинең менән ҡайтмайым, – тине Шемуил Шаулға. – Сөнки һин Раббының һүҙен кире ҡаҡҡас, Раббы һине Исраилға батша булыуҙан кире ҡаҡты.
– Гонаһ ҡылдым, – тине Шаул. – Тик һин, исмаһам, халҡымдың аҡһаҡалдары ҡаршыһында, Исраил ҡаршыһында миңә хөрмәт күрһәт, бергә ҡайтайыҡ, Раббыға, һинең Аллаңа, ғибәҙәт ҡылайым.
– Ғәмәлек батшаһы Агагты алып килегеҙ, – тине Шемуил. Бығауланған Агаг уның янына килгәндә: «Үлем әсеһе урап үткәндер», – тип өмөтләнгәйне.