29 Исраилдың Даны ялған һөйләмәҫ һәм фекерен үҙгәртмәҫ. Фекерен үҙгәртергә Ул әҙәм балаһы түгел.
Эй Раббыбыҙ, Бөйөклөк тә, ҡөҙрәт тә, шөһрәт тә, Еңеү ҙә, күркәмлек тә Һинеке! Күктәге лә, ерҙәге бар нәмә лә Һинеке! Батшалыҡ Һинеке, Раббы, Һин барыһынан да өҫтөн Хаким!
Ишет, Раббы, мәрхәмәт ҡыл миңә; Йә Раббы, ярҙамсы бул!» – тинем.
Уға дан йырлағыҙ, ер менән күк, Диңгеҙҙәр һәм ундағы бөтә йән эйәләре!
Һөйөнһөн күк, тантана итһен ер! Диңгеҙ һәм ундағы йән эйәләре шаулаһын!
Минең хаҡта былай тиерҙәр: „Хаҡлыҡ менән ҡеүәт бары тик Раббыла ғына“». Уға ҡаршы асыу һаҡлағандар, Алдына килеп, оятҡа ҡалып торор.
Мин, Раббы, әйттем быны. Әйткәнемде бойомға ашырыр ваҡыт етте, Эшләрмен, кире уйламам; Йәлләмәм, ҡыҙғанып тормам. Ҡыуған юлыңа, ҡылған ғәмәлдәреңә күрә хөкөм ителерһең», – тип белдерә Раббы Хаким.
Раббы Сиондан күкрәр, Йәрүсәлимдән гөрһөлдәр, Күк менән ер тетрәп торор. Әммә Раббы Үҙ халҡы өсөн – ышыҡ, Исраилдар өсөн ҡәлғә булыр.
Алла кеше түгел, Ул алдамай, Һүҙенән кире ҡайтырға әҙәм түгел. Ул һөйләр ҙә эшләмәҫме? Әйткәнен ғәмәл итмәҫме?
Әммә Раббы: «Мәрхәмәтем һиңә етә, сөнки Минең ҡөҙрәтем көсһөҙлөктә камиллыҡҡа өлгәшә», – тине. Шуға ла мин, Мәсих ҡөҙрәте миндә торһон өсөн, көсһөҙлөгөм менән бик теләп маҡтанам.
Һыйынысың – әүәлдәрҙән булған Алла, Мәңгелек ҡулдар күтәреп йөрөтә һине. Дошманыңды алдыңдан ҡыуыр, Һиңә: «Уларҙы юҡ ит!» – тип ҡушыр.
Мин үҙемә ҡеүәт биреүсе Ғайса Мәсихтә барыһын да булдыра алам.
Беҙ тоғролоҡ һаҡламаһаҡ та, Ул тоғро булып ҡалыр, сөнки Ул Үҙенән баш тарта алмай, – тигән һүҙҙәр хаҡ.
Был иман һәм хәҡиҡәтте танып белеү беҙгә донъя башланғансы уҡ Алла вәғәҙә иткән мәңгелек тормошҡа өмөт бирә, ә Ул бер ҡасан да ялған һөйләмәй.
Ике үҙгәрешһеҙ нәмә – вәғәҙә һәм антҡа килгәндә, Алла тарафынан алдауға юл ҡуйылмай. Улар беҙҙе, Аллаға һыйынғандарҙы, алдыбыҙҙа торған өмөткә ныҡлап тотонорға дәртләндерә.
Бүтән ҡаһиндар үҙҙәренең ҡаһинлығын бер ниндәй антһыҙ алды. Ләкин был икенсе Ҡаһин Алланың анты арҡылы, йәғни Алла Уға: «Раббы ант итте һәм ҡарарынан ҡайтмаҫ: Һин – мәңгелек Ҡаһин», – тигәндә ҡаһин булды.