Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 15:16 - Изге Яҙма

16 – Туҡтап тор, – тине Шемуил Шаулға. – Үткән төндә Раббының миңә нимәләр әйткәнен һөйләйем һиңә. – Һөйлә, – тине Шаул.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 15:16
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ахияһ ишектән кергән ҡатындың аяҡ тауышын ишетеп: – Әйҙүк, Яровғам ҡатыны, – тип өндәште. – Нишләп кемлегеңде йәшерергә булдың? Минең һиңә бик насар хәбәрем бар.


– Раббы исеме хаҡына миңә дөрөҫөн генә һөйлә, тип һиңә күпме ялынырға була? – тине уға батша.


Шунда Ишағыяһ былай тине: – Күк ғәскәрҙәре Раббыһының әйткәненә ҡолаҡ һал.


Йермеяһ пәйғәмбәр бөтә был һүҙҙәрҙе Йәрүсәлимдә Йәһүҙә батшаһы Сидкияһҡа һөйләп бирҙе.


Хәҙер иһә хозурыма баҫығыҙ. Раббының һеҙгә һәм ата-бабаларығыҙға ҡылған барлыҡ яҡшылыҡтарын бәйән итеп, мин һеҙгә Раббы алдында хөкөм ҡылам.


– Уларҙы ғәмәлектәрҙән алып килделәр, – тине Шаул. – Халыҡ ваҡ мал менән һыйыр малының иң яҡшыларын Раббыға, һинең Аллаңа, ҡорбан итергә тип ҡалдырҙы. Ә башҡаларын харам ҡылып юҡ иттек.


Шемуил былай тип бәйән итте: – Үҙеңде түбән тип һанаған хәлдә лә Исраил ырыуҙарына башлыҡ булманыңмы? Раббы һине мәсехләп, Исраилға батша итеп ҡуйманымы ни?


Ҡала ситенә еткәс, Шемуил Шаулға: – Хеҙмәтсеңә әйт, беҙҙән алдараҡ атлаһын, – тине. Тегеһе алға киткәс: – Ә һин туҡта, – тип өндәште. – Һиңә Алланың һүҙен еткерәм.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ