Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 15:15 - Изге Яҙма

15 – Уларҙы ғәмәлектәрҙән алып килделәр, – тине Шаул. – Халыҡ ваҡ мал менән һыйыр малының иң яҡшыларын Раббыға, һинең Аллаңа, ҡорбан итергә тип ҡалдырҙы. Ә башҡаларын харам ҡылып юҡ иттек.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 15:15
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йәмәғәтселектән ҡурҡҡанға, Туғандарымдың нәфрәтенән ҡотом осҡанға күрә, Башҡалар кеүек ғәйептәремде йәшерҙемме, Яманлығымды эсемә йомоп ҡалдырҙыммы – Өндәшмәй генә өйөмдә боҫоп яттыммы?


Гонаһын йәшергән кеше яҡшылыҡ көтә алмаҫ, уны танып, ваз кискән мәрхәмәт табыр.


– Барығыҙ, Бала тураһында барыһын да ентекләп һорашығыҙ. Тапҡас, миңә хәбәр итерһегеҙ. Мин дә барып Уға сәждә ҡылайым, – тип уларҙы Бейт-Ләхәмгә ебәрҙе.


Ҡанун белгесе, үҙен аҡларға теләп, артабан: – Ә минең яҡыным кем? – тип һораны.


– Туҡтап тор, – тине Шемуил Шаулға. – Үткән төндә Раббының миңә нимәләр әйткәнен һөйләйем һиңә. – Һөйлә, – тине Шаул.


Халыҡ, юҡ ителергә тейеш булған яумалдарҙан Гилгалда Раббыға, һинең Аллаңа, ҡорбан итеп салыр өсөн ваҡ мал менән эре малдың иң көрҙәрен генә алып ҡалды.


Әммә Шаул менән кешеләре Агагты, шулай уҡ иң яҡшы эре һәм ваҡ малды, иң һимеҙ башмаҡ һәм бәрәстәрҙе – бөтә ҡиммәтле нәмәләрҙе ҡыҙғандылар, уларҙы харам ҡылманылар, бары тик файҙаһыҙ, кәрәге булмаған әйберҙәрҙе генә юҡ иттеләр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ