13 Шемуил шунда юлланды. Шаул уны: – Раббы һине мөбәрәк ҡылһын. Мин Уның әмерен үтәнем, – тип ҡаршыланы.
Мәлки-Садиҡ Ибрамға фатиха биреп былай тине: – Күк менән ерҙе яратҡан Юғарыларҙан Юғары Алла Ибрамды мөбәрәк ҡылһын!
– Һин миңә иш булһын тип биргән ҡатын – ул бирҙе миңә был ағастың емешен, ә мин ашаным, – тип яуапланы әҙәм.
Дауыт, Ғилғәд Явешы ҡалаһы халҡына илселәр ебәреп, шуны әйтергә ҡушты: – Хакимығыҙ Шаулға тоғролоҡ күрһәтеп уны ерләгәнегеҙ өсөн Раббы алдында фатихалы һеҙ.
Үҙеңде-үҙең түгел, башҡа кеше, үҙ ауыҙың түгел, бүтән телдәр һине маҡтаһын.
Гонаһын йәшергән кеше яҡшылыҡ көтә алмаҫ, уны танып, ваз кискән мәрхәмәт табыр.
Күҙҙәре шундай тәкәббер, һауалы ҡараған заттар була.
Хеҙмәтенә ҡарап хөрмәт күрһәтегеҙ уға, эштәрен ҡала ҡапҡаларында маҡтағыҙ!
Шулай итеп, һеҙ ҙә ҡушылғандарҙың барыһы ла үтәлгәндән һуң: «Беҙ – бары хеҙмәтселәр генә, эшләргә тейеш булғанды башҡарҙыҡ», – тип әйтегеҙ.
Фарисей, тороп, былай тип доға ҡылған: «Аллам! Мин һиңә башҡалар кеүек талаусы ла, алдаҡсы ла, зина ҡылыусы ла йәки бына ошо һалым йыйыусы кеүек тә булмағаным өсөн рәхмәтлемен.
Ул әсәһенә: – Теге ваҡытта бер мең дә бер йөҙ шекел көмөшөң юғалғас, һин ҡараҡты минең алдымда ҡарғағайның. Ул көмөш миндә, уны мин алғайным, – тине. – Раббы һиңә фатиха бирһен, улым, – тине әсәһе.
– Һиңә, ҡыҙым, Раббының рәхмәте төшһөн. Был юлы һин элеккенән дә дөрөҫөрәк эшләнең – ярлымы, баймы, йәш егеттәр артынан йүгермәнең.
Ул ҡорбанды яндырып та бөттө, Шемуил килеп етте. Шаул, сәләмләр өсөн, уға ҡаршы сыҡты.
– Шаулды батша итеп ҡуйғаныма үкенәм. Сөнки ул Минән ситкә боролдо, бойороғомдо еренә еткереп үтәмәне. Шемуил борсоуға ҡалды һәм төнө буйы Раббыға ялбарып доға ҡылды.
– Мин Раббының әйткәндәрен тыңланым, – тип яуапланы Шаул. – Ҡайҙа ебәргән, шунда барҙым. Ғәмәлек батшаһы Агагты бында алып килдем, башҡа ғәмәлектәрҙе харам ҡылдым.
Әммә Шаул менән кешеләре Агагты, шулай уҡ иң яҡшы эре һәм ваҡ малды, иң һимеҙ башмаҡ һәм бәрәстәрҙе – бөтә ҡиммәтле нәмәләрҙе ҡыҙғандылар, уларҙы харам ҡылманылар, бары тик файҙаһыҙ, кәрәге булмаған әйберҙәрҙе генә юҡ иттеләр.
Шаул уларға: – Мине ҡайғыртҡанығыҙ өсөн һеҙгә Раббының бәрәкәте яуһын, – тине. –
Навалдың хеҙмәтселәренең береһе уның ҡатыны Авигаилгә: – Дауыт сүлдән әфәндебеҙгә сәләм әйтеп илселәр күндергәйне, – тине. – Тик хужабыҙ уларҙы әрләп ебәрҙе.