12 Икенсе көндө иртүк тороп, Шемуил Шаулды күрергә китте. Әммә уға Шаулдың үҙенә һәйкәл ҡуйыр өсөн Кармәлгә барғаны, унан боролоп ҡайтҡандан һуң Гилгалға төшкәне хаҡында әйттеләр.
Иртәгәһен Ибраһим таң менән торҙо, икмәк, бер турһыҡ һыу әҙерләп, Хәжәрҙең яурынына артмаҡлатты ла балаһы менән сығарып ебәрҙе. Хәжәр, бара торғас, Беер-Шәвәғ сүлендә аҙашты.
Авшалом тере сағында уҡ: «Был донъяла исемемде йәшәтерлек улым юҡ», – тип Батша үҙәнендә үҙенә һәйкәл ҡуйҙырып, уны үҙ исеме менән атаған була. Ул һәйкәл ошо көнгә тиклем «Авшалом һәйкәле» тип йөрөтөлә.
Кармәлдән Хесро; Арабтан Пағарай;
Ахав тороп тамаҡ ялғарға китте, ә Ильяс Кармәл тауы башына менде. Ергә эйелеп, башын тубыҡтары араһына ҡуйҙы.
Ул сүллектә манаралар төҙөтә, бихисап көтөүҙәре өсөн күпләп һыу соҡорҙары эшләтә. Ер эшенә күңеле ятҡанға күрә, Шефелала һәм тигеҙлектә игенселәре, тауҙарҙа һәм баҡсаларҙа йөҙөм үҫтереүселәре була.
Мағон, Кармәл, Зиф, Ютта,
Хәҙер пелештиҙәр Гилгалға миңә һөжүм итәсәк, ә мин Раббынан мәрхәмәт һорап ялбарманым, тип уйланым. Шуға күрә тотош яндырыу ҡорбаны килтерергә тәүәккәлләнем.
Бынан һуң Шемуил Гилгалдан Бинйәмин ырыуының Гивға ҡалаһына китте. Шаул үҙенең янында ҡалғандарҙы һанап сыҡты: алты йөҙ самаһы кеше ине.
Дауыт иртәгәһенә иртүк торҙо, һарыҡтарын икенсе бер көтөүсегә ҡалдырҙы ла, әйберҙәрҙе алып, атаһы ҡушҡанса, юлға ҡуҙғалды. Ул тупламға килеп еткәндә, ғәскәрҙәр сафҡа теҙелешеп, ҡысҡырышып алышҡа әҙерләнә ине.
Мағонда бер әҙәм бар ине. Биләмәһе Кармәлдә була торғайны. Үҙе бик бай: өс мең баш һарығы, мең баш кәзәһе бар. Ул осорҙа Кармәлдә һарыҡ йөнөн ҡырҡтыра ине.
Шемуил бер таш алды, уны Миспа менән Шен араһына ҡуйҙы ла: – Раббы ошонда тиклем беҙгә ярҙам итте, – тине. Ул был ташты Әвән-Ғезәр тип атаны.