51 Шаулдың атаһы Ҡиш менән Авнерҙың атаһы Нер – Авиилдың улдары.
Шаулдың ҡатынының исеме – Ахиноғам, ул Ахимағастың ҡыҙы ине. Ғәскәр башлығы Авнер Шаулдың атаһының бер туған ҡустыһы Нерҙың улы ине.
Дауыт тороп Шаул туплам ҡорған ергә барҙы, батша менән ғәскәр башлығы Нер улы Авнер йоҡлаған урынды ҡараны. Шаул туплам уртаһында йоҡлай, ә яугирҙәр уны уратып ятҡайны.
Бинйәмин ырыуынан Ҡиш тигән бер арҙаҡлы кеше була торғайны. Атаһы Авиил, Авиилдың атаһы Серор, Серорҙың атаһы Бехораҫ, ә Бехораҫтыҡы – Афиах.
Шаул уға: – Мин Исраилдың иң бәләкәй ырыуы Бинйәминдән түгелме ни? – тип яуап ҡайтарҙы. – Нәҫелем дә Бинйәмин ырыуындағы нәҫелдәр араһында иң бәләкәйе. Ни өсөн миңә улай тип әйтәһең?