Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 14:47 - Изге Яҙма

47 Шаул Исраилда үҙенең хакимлығын нығытып, тирә-яғындағы дошмандары – Моав, Ғаммон, Эдом халыҡтары, Сова батшалары һәм пелештиҙәр менән һуғышты. Кемгә ҡаршы һуғышһа ла еңеү ҡаҙанды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 14:47
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Өлкәне ул тапты, уға Моав тип исем ҡушты. Хәҙерге Моав кешеләре унан таралған.


Кесеһе лә ул тапты һәм Бен-Ғамми тигән ат бирҙе. Хәҙерге Ғаммон кешеләре унан таралып киткән.


Бына Ғаяздың, йәғни Эдомдың нәҫел шәжәрәһе.


Ғаяздың (уның икенсе исеме Эдом) нәҫел-нәсәбе һәм уларҙан таралған тармаҡтар бына ошо.


Ғаяз – Эдом – Сеғир тауҙары янында урынлашты.


Дошман яраһынан ҡан ағыҙмайынса, Хас дошмандың эсен ярмайынса, Әйләнеп тә ҡайтмай ине Йонаҫан уғы, Ҡынына ҡайтмай ине Шаул ҡылысы.


Ғаммондар, Дауыттың асыуына дусар булғандарын аңлағас, хәбәр ебәреп, Бейт-Реховта һәм Совала йәшәгән арами халҡынан егерме мең йәйәүле ғәскәр, Мағаха батшаһынан – бер мең һәм Товтан ун ике мең яугир ялланы.


Дауыт бөтә Исраил өҫтөнән хакимлыҡ ҡылды, үҙ халҡына ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк менән идара итте.


Сова батшаһы Һададғәзәр Рехов улы Евфрат йылғаһы буйындағы биләмәләрен кире ҡайтарыу ниәте менән килгәс, Дауыт уны ла тар-мар итте.


Алла Әлъядағ улы Резонды ла Сөләймәнгә ҡаршы ҡуйҙы. Резон үҙенең хужаһы Сова батшаһы Һададғәзәрҙән ҡасып китеп,


Раббы Исраилдың исемен ер йөҙөнән юҡ итергә теләмәгәнгә күрә, уларҙы Яровғам Йеһоаш улы аша ҡотҡарҙы.


Инде һеҙҙең алдан батшағыҙ йөрөр. Ә мин инде олоғайҙым, сәстәрем салланды. Бына, улдарым һеҙҙең менән бергә. Йәш сағымдан алып ошо көнгә тиклем һеҙҙең юлбашсығыҙ булдым.


Тәхеткә ултырғанда Шаулға утыҙ йәш ине. Ул Исраилда ике йыл батшалыҡ итте.


Шаул пелештиҙәрҙе артабан эҙәрләмәне. Улар үҙ ерҙәренә ҡайтып китте.


Шаул батшалыҡ иткән көндәрҙә пелештиҙәргә ҡаршы ҡаты һуғыштар булды. Шаул ниндәй көслө һәм ҡаһарман кеше күрһә, шуларҙың барыһын да үҙенең янына йыйҙы.


Ул көндө Шаул хеҙмәтселәренең береһе, көтөүселәр башлығы Доег тигән эдоми ҙа бында Раббы хозурында тора ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ