41 Шаул Раббыға: – Исраил Аллаһы, дөрөҫлөктө белдер! – тип мөрәжәғәт итте. Йәрәбә һалынды һәм Йонаҫан менән Шаулға төштө, ә башҡа кешеләрҙең барыһы ла аҡланды.
Күпме генә йәрәбә һалһаң да, бөтә ҡарар – Раббынан.
Көслө дәғүәселәр араһында бәхәсте йәрәбә хәл итә.
Диңгеҙселәр бер-береһенә: – Әйҙәгеҙ, беҙгә кем арҡаһында бәлә килгәнен белер өсөн, йәрәбә һалайыҡ, – тиеште. Йәрәбә һалғайнылар, ул Юнысҡа төштө.
– Раббыбыҙ! Һиңә һәр береһенең күңелендә ни ятҡаны мәғлүм. Йәһүҙә үҙенә насип урынға китте инде. Ул ҡалдырған вазифаны һәм илселекте ҡабул итергә Һин был икәүҙең ҡайһыһын һайланың, шуны күрһәт, – тип доға ҡылдылар.
Шунан һуң улар йәрәбә һалды. Йәрәбә Маҫҫиасҡа төштө, һәм ул бүтән ун бер илсе иҫәбенә индерелде.
Шунан Шаул бөтә исраилдарға: – Һеҙ бер яҡҡа, улым Йонаҫан менән мин икенсе яҡҡа баҫабыҙ, – тине. Халыҡ уға: – Нисек хуп күрәһең, шулай эшлә, – тип яуап бирҙе.
– Инде улым Йонаҫан менән минең арала йәрәбә һалығыҙ, – тине Шаул. Йәрәбә Йонаҫанға төштө.