38 Шунан һуң Шаул: – Ғәскәр башлыҡтары бында килһен. Бөгөн ниндәй гонаһ ҡылынғанын асыҡлаһындар.
Әммә улар: – Юҡ, бара күрмә, әгәр беҙ ҡаса башлаһаҡ, быға иғтибар итеүсе булмаҫ; беҙҙең яртыбыҙ үлеп ҡалһа ла, бер кем дә ыжламаҫ. Ә һин бер үҙең беҙҙең ун меңебеҙгә торошлоһоң. Шулай булғас, беҙҙең өсөн һинең ҡаланан тороп ярҙам итеүең яҡшыраҡ, – тип ҡаршы төштөләр.
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡалаһында, Аллабыҙҙың ҡалаһында, Нимәне ишеткән булһаҡ, шуны күрҙек, Раббы уны мәңгелеккә һалған. Села
Мөйөш ташы, сатыр ҡаҙығы, Яу йәйәһе Йәһүҙәнән булыр; Халыҡтың бөтә башлыҡтары ла унан сығыр.
„Уны мин күрәм, әммә әле түгел; Күрәм уны, тик яҡындан түгел. Йондоҙ ҡалҡыр Яҡуп нәҫеленән, Исраил халҡынан – хакимлыҡ таяғы. Моавтың сикәһен ҡыра һуғыр, Шеҫ улдарының баш түбәһен иҙер.
– Ә һеҙ Изге Яҙмала: «Төҙөүселәр яраҡһыҙ тип ташлаған таш иң мөһим мөйөш ташы булды. Был Раббы тарафынан эшләнде – күҙ алдыбыҙҙағы ғәжәйеп хәл», – тигәнде бер ваҡытта ла уҡыманығыҙмы ни? – тине Ғайса. –
Һеҙ илселәр һәм пәйғәмбәрҙәр нигеҙ булып торған йорт итеп ҡоролдоғоҙ, ә нигеҙҙең иң мөһим мөйөш ташы – Ғайса Мәсих Үҙе.
Исраилдар гонаһ ҡылды, Мин үтәргә ҡушҡан килешеүҙе боҙҙо. Улар харам ҡылынырға тейешле әйберҙәрҙе үҙҙәренә алды – урланы, алдап, йәшереп үҙ әйберҙәре араһына тығып ҡуйҙы.
Бына шуға күрә лә Исраил халҡына Раббы ҡарғышы төштө һәм улар дошмандарға ҡаршы тора алманы – уларҙан ҡасырға мәжбүр булды. Раббыға бағышлап харам ҡылынған әйберҙәрҙең барыһын да юҡ итмәй тороп, Мин һеҙҙең менән булмаясаҡмын.
Халыҡтың, Исраил ырыуҙарының бөтә башлыҡтары Алла халҡы йыйынында үҙҙәренең урынын алды – ҡылыс менән ҡоралланған дүрт йөҙ мең йәйәүле яугир ҡатнашты.