І Батшалар 14:36 - Изге Яҙма36 Шунан Шаул: – Әйҙәгеҙ, бөгөн төндә пелештиҙәр артынан төшәйек, – тине. – Таң атҡансы уларҙы талайыҡ, бер кешеләрен дә ҡалдырмайыҡ. – Үҙең нисек ҡулай күрәһең, шулай эшлә, – тине халыҡ. Әммә ҡаһин: – Алланан кәңәш һорайыҡ, – тине. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |