27 Йонаҫан иһә атаһының халыҡҡа әйтеү әйтеп бойорғанын ишетмәгәйне. Ынтылып ҡулындағы таяғының осон баллы кәрәҙгә манды ла ауыҙына ҡапты һәм шунда уҡ күҙ алдары яҡтырып киткәнен тойҙо.
Улым, бал ҡап, бик тәмле ул; кәрәҙле бал, тамағыңа татлы булыр.
Залим алдында ебеп төшкән тәҡүә кеше бысраҡ шишмә, буръяҡ ҡоҙоҡ төҫлө.
Араларынан берәү уға: – Атайың халыҡҡа, бөгөн ризыҡ ейгән кешегә ҡарғыш төшәсәк, тип әйтеү әйтте. Шуға күрә халыҡ бик ныҡ арыны, – тине.
– Атайым ҡайһылай халыҡҡа бәлә килтергән, – тине Йонаҫан. – Бына ҡарағыҙ, саҡ ҡына бал ҡапҡас та күҙем асылып китте.
Шаул Йонаҫандан: – Әйт, нимә эшләнең? – тип һораны. – Ҡулымдағы таяғымдың осо менән аҙыраҡ бал алып ҡапҡайным, – тип яуапланы Йонаҫан. – Бына хәҙер үлергә тейешмен инде.
Бер аҙ киптерелгән инжир менән ике йөҙөм көлсәһе бирҙеләр. Ашағас, хәлләнде, сөнки өс көн, өс төн ауыҙына тәғәм ризыҡ, бер тамсы һыу алмағайны.