25 Урманлы ергә килеп еттеләр. Ундағы аҡланда бал бар ине.
Шуға күрә уларҙы мысырҙарҙан ҡотҡарырға тип төштөм. Был илдән сығарып, һөт һәм бал ағып ятҡан иркен, күркәм ергә – ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә алып барасаҡмын.
Бал таптыңмы – туйғансы аша, ҡоҫҡансы ашама;
Паран сүлендәге Ҡадешҡа, Муса, Һарун һәм бөтә Исраил йәмғиәте янына, әйләнеп ҡайтҡас, күргәндәрен һөйләп бирҙеләр, емештәрен күрһәттеләр.
Юҡһа Һин беҙҙе алып сыҡҡан ерҙә йәшәүселәр: „Раббы уларҙы бирергә вәғәҙә иткән ергә алып бара алманы. Ул был халыҡҡа нәфрәтләнгән өсөн уларҙы сүлдә үлтереү маҡсаты менән бынан алып сыҡты“, – тип әйтер.
Ул, ҡулына бал алып, юл буйы ашап барҙы. Атаһы менән әсәһе янына ҡайтҡас, уларға ла ашатты, ләкин балды арыҫлан үләкһәһе эсенән алғанын әйтмәне.
Ул көндө исраилдар ныҡ талсыҡҡайны. Сөнки Шаул халыҡҡа: – Кем дә кем кискә тиклем, мин дошмандарымдан үс алғанға саҡлы, берәй нәмә ашай, шуға ҡарғыш төшһөн, – тип әйтеү әйткәйне. Шунлыҡтан бер кем дә ауыҙына ризыҡ ҡабырға ҡыйманы.
Халыҡ урманға инде. Ҡараһалар, бал тамып тора. Тик бер генә кеше лә ҡулын ауыҙына һонманы, сөнки бөтәһе лә ҡарғыштан ҡурҡты.