Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 14:24 - Изге Яҙма

24 Ул көндө исраилдар ныҡ талсыҡҡайны. Сөнки Шаул халыҡҡа: – Кем дә кем кискә тиклем, мин дошмандарымдан үс алғанға саҡлы, берәй нәмә ашай, шуға ҡарғыш төшһөн, – тип әйтеү әйткәйне. Шунлыҡтан бер кем дә ауыҙына ризыҡ ҡабырға ҡыйманы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 14:24
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Аллаһыҙҙың теле күршеһен һәләк итер, тәҡүәләр белеме менән ҡотолоп ҡалыр.


Харам ҡылынған кешене йолом түләп алып булмай, ул мотлаҡ үлемгә дусар ителергә тейеш.


Йәки берәү уйлап тормайынса яҡшылыҡ йәки яманлыҡ ҡылырға ант итһә һәм бының уйламайынса әйтелгәнен һуңынан ғына аңлаһа, был кеше ғәйепле була.


Исраилдар иһә Раббыға нәҙер әйтте: «Әгәр шул халыҡты беҙҙең ҡулыбыҙға бирһәң, уларҙың ҡалаларын харам ҡылып, тулыһынса юҡ итербеҙ», – тинеләр.


ул саҡта ҡаһин ҡатынды ҡәһәр анты менән ҡарғап: «Раббы һинең миҫалыңда халҡыңа нисек ҡәһәрҙең ғәмәлгә ашҡанын күрһәтһен, – тиһен. – Раббы ҡарыныңды буш итһен, ҡорһағыңды күптерһен.


Мин шаһитлыҡ ҡыла алам: улар йәндәре-тәндәре менән Аллаға бирелгәндәр, әммә был дөрөҫ аңлауға нигеҙләнмәгән.


Раббыны яратмаусыларға ҡәһәр төшһөн. Раббыбыҙ, кил!


Раббы Йушағ менән бергә булды, һәм Йушағтың даны бөтә илгә таралды.


Нығынып-көсәйеп киткәндән һуң, исраилдар ҡәнғәниҙәрҙе үҙҙәренә буйһондороп, мәжбүри эшселәр итте. Әммә уларҙы үҙ ерҙәренән тулыһынса ҡыуып ебәрмәне.


«Исраил башлыҡтары юл башлағанға, Халыҡ үҙ теләге менән эйәргәнгә Раббы мөбәрәк булһын!


Урманлы ергә килеп еттеләр. Ундағы аҡланда бал бар ине.


Исраилды ҡотҡарған тере Раббы шаһит: ғәйеп улым Йонаҫанда булған хәлдә лә, ул да үлтереләсәк, – тине. Әммә халыҡ араһынан уға яуап биреүсе булманы.


– Дауытҡа әйтегеҙ, батша, дошмандарынан үс алыр өсөн, мәһәргә йөҙ пелештиҙең сөннәт тиреһенән башҡа бер нәмә лә һорамай, – тип бойорҙо Шаул. Ул шул рәүешле Дауыттың пелештиҙәр ҡулына эләгеп менән һәләк булырына өмөтләнде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ