2 Шаул Гивға янындағы Мигронда анар ағасы аҫтында ултыра ине. Эргәһендә алты йөҙгә яҡын кешеһе бар.
Бер көндө Шаул улы Йонаҫан ҡоралын йөрөтөүсе егеткә: – Әйҙә, теге яҡтағы пелешти ғәскәренең алдынғы төркөмө яғына сығайыҡ, – тине. Әммә атаһына был хаҡта бер нәмә лә өндәшмәне.
Шаул Дауыттың үҙ кешеләре менән ошо тирәлә күренгәне тураһында ишетте. Ул Гивғала бер ҡалҡыу ерҙә тамариск ағасы аҫтында ҡулына һөңгө тотоп ултыра ине. Эргәһендә бөтә ярандары баҫып тора.