– Изге һандыҡ та, Исраил менән Йәһүҙә ғәскәрҙәре лә ҡыуышта йәшәй, хакимым Йоав менән уның яугирҙәре лә асыҡ яланда ҡуна, – тине Урияһ. – Ә мин өйөмә ҡайтып, ашап-эсеп, ҡатыным менән йоҡлап ятайыммы? Һинең менән, һинең ғүмерең менән ант итеп әйтәм: мин улай эшләйһе түгелмен.