15 Пелештиҙәрҙең бөтә ғәскәре – тупламда ла, ҡырҙа ла, алдынғы төркөмдәгеләр ҙә, баҫҡынсы төркөмөндәгеләр ҙә – ҡалтырап төштө. Ер тетрәне, Алланың дәһшәте хөкөм һөрҙө.
Улар юлға сыҡты. Алла һалған дәһшәттән ҡоттары осҡан тирә-яҡ ҡалаларҙағы кешеләр Яҡуптың улдарын эҙәрләп тә маташманы.
Тут ағастары башында атлағанға оҡшаған тауыш ишетһәң, һөжүмгә күс. Пелешти ғәскәрен ҡыйратыр өсөн Раббы Үҙе һинең алдыңдан бара тигән һүҙ булыр был.
Һәр тарафтан дәһшәт сорнап алыр, Артынан ҡалмай баҫтырыр.
Бурысты файҙа алыр өсөн бирмәгән, Ришүәт өсөн ғәйепһеҙгә ғәйеп ташламаған – Шулай йәшәгән кеше мәңге ҡаҡшамаҫ!
Синай тауын тотош төтөн ҡаплағайны, сөнки Раббы уның өҫтөнә ут эсендә төштө. Тауҙан мейестән сыҡҡан һымаҡ төтөн бөркөлә, тау бик ныҡ һелкенә ине.
Батша ҡурҡыуға ҡалды, йөҙө ағарып китте, тубыҡтары ҡалтырап, бер-береһенә бәрелеп туҡылдай башланы.
Һеҙ яҡындағы һуғыш тауыштарын һәм алыҫтағы яу хәбәрҙәрен ишетерһегеҙ. Ҡарағыҙ уны, ҡурҡмағыҙ! Шулай булырға тейеш, ләкин был ахыры түгел әле.
уларға: – Раббының был илде һеҙгә тапшырыуын беләм. Беҙ бөтәбеҙ ҙә һеҙҙең алда ҡалтырап төштөк, тотош ил халҡын ҡурҡыу солғап алды.
Тупламды уратып баҫтылар, һәр береһе үҙ урынында торҙо. Ә тупламдағылар йүгерешә, ҡысҡырыша башланы һәм ҡасырға кереште.
Пелешти яугиҙәре исраилдарҙы талау, барымта яһау өсөн өс төркөм булып тупламдарынан сыҡты. Уларҙың береһе Шуғал төбәгендәге Ғофраға,
икенсеһе Бейт-Хоронға табан йүнәлде, өсөнсөһө сүлгә, Севоим үҙәненә ҡараған юл буйлап сик яғына китте.
Ул арала пелешти ғәскәренең алдынғы төркөмө Михмас үткәүеленә сыҡты.
Ошо тәүге һөжүм ваҡытында, Йонаҫан менән ҡорал йөрөтөүсеһе ике үгеҙ көнө буйы һөргән тиклем яландың яртыһылай ерҙә егермегә яҡын пелешти яугирен ҡырып һалды.
Шул саҡ Шаулдың Бинйәмин Гивғаһындағы күҙәтселәре, күмәк халыҡтың тырым-тырағай һибелеп, тегендә-бында йүгерешкәнен күреп ҡалды.
Шемуил тотош яндырыу ҡорбаны ғәмәлен башҡарған ваҡытта, пелештиҙәр исраилдарға һөжүм итмәк булып яҡынлашты. Әммә Раббы ул көндө ҡеүәтле ауаз менән гөрһөлдәп пелештиҙәрҙең ҡотон алды. Улар Исраил яугирҙәре тарафынан тар-мар ителде.