14 Ошо тәүге һөжүм ваҡытында, Йонаҫан менән ҡорал йөрөтөүсеһе ике үгеҙ көнө буйы һөргән тиклем яландың яртыһылай ерҙә егермегә яҡын пелешти яугирен ҡырып һалды.
Хәҙер ул, моғайын, берәй мәмерйәлә йә башҡа ерҙә йәшенеп яталыр. Әгәр беренсе бәрелештә үк һинең кешеләрең араһында юғалтыу булһа, быны ишетеп халыҡ: «Авшалом яҡлылар еңелгән икән», – тиәсәк.
Шимшондың күҙенә ишәктең әле кибеп тә бөтмәгән яңаҡ һөйәге салынды. Ул шул һөйәкте алды ла мең пелештиҙе һуғып үлтерҙе.
Авимәләх тиҙ генә үҙенең ҡорал йөрөтөүсеһен саҡырып алды ла: – Ҡылысыңды сығар ҙа мине сәнсеп үлтер! Минең хаҡта: «Уны ҡатын кеше үлтерҙе», – тип әйтмәһендәр, – тине. Ҡорал йөрөтөүсе егет уға ҡылысы менән сәнсте, һәм Авимәләх йән бирҙе.
Йонаҫан аяҡ-ҡулы менән тырмашып өҫкә үрмәләне. Ҡорал йөрөтөүсеһе уның артынан эйәрҙе. Йонаҫан алдан пелештиҙәрҙе ҡырып барҙы, артынан ҡорал йөрөтөүсеһе лә үлтерә-үлтерә килде.
Пелештиҙәрҙең бөтә ғәскәре – тупламда ла, ҡырҙа ла, алдынғы төркөмдәгеләр ҙә, баҫҡынсы төркөмөндәгеләр ҙә – ҡалтырап төштө. Ер тетрәне, Алланың дәһшәте хөкөм һөрҙө.