Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 14:13 - Изге Яҙма

13 Йонаҫан аяҡ-ҡулы менән тырмашып өҫкә үрмәләне. Ҡорал йөрөтөүсеһе уның артынан эйәрҙе. Йонаҫан алдан пелештиҙәрҙе ҡырып барҙы, артынан ҡорал йөрөтөүсеһе лә үлтерә-үлтерә килде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 14:13
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Быларға өҫтәп, тағы нимә әйтергә? Алла беҙҙең яҡлы булғас, кем беҙгә ҡаршы һуң?


Һиңә ҡаршы килгән дошмандарыңды Раббы алдыңда ҡырып һалыр. Һеҙгә бер юлдан ҡаршы сыҡһалар, ете юлдан ҡасып китерҙәр.


Әгәр уларҙың Ҡаяһы ҡурсалауҙан туҡтамаһа, Раббы уларҙы дошмандары ҡулына тапшырмаһа, Нисек берәү мең кешене ҡыуыр, Икәү ун меңде баҫтырыр ине?


ҡоторонҡо утты һүндерә, ҡылыстарҙан ҡотола. Уларҙың көсһөҙлөгө көскә әйләнә, һуғышта улар ҡеүәтле була һәм сит ил ғәскәрҙәрен ҡасырға мәжбүр итә.


Һеҙҙең һәр ҡайһығыҙ меңде ҡасырға мәжбүр итә, сөнки Аллағыҙ Раббы, һеҙгә вәғәҙә иткәнсә, һеҙҙең өсөн Үҙе һуғыша.


Авимәләх тиҙ генә үҙенең ҡорал йөрөтөүсеһен саҡырып алды ла: – Ҡылысыңды сығар ҙа мине сәнсеп үлтер! Минең хаҡта: «Уны ҡатын кеше үлтерҙе», – тип әйтмәһендәр, – тине. Ҡорал йөрөтөүсе егет уға ҡылысы менән сәнсте, һәм Авимәләх йән бирҙе.


Шунан Йонаҫан менән ҡорал йөрөтөүсеһенә: – Беҙҙең янға менегеҙ! Һеҙгә бер һүҙ әйтәбеҙ, – тип ҡысҡырҙылар. Йонаҫан хеҙмәтсеһенә: – Минең арттан бар. Раббы уларҙы Исраил ҡулына бирҙе, – тине.


Ошо тәүге һөжүм ваҡытында, Йонаҫан менән ҡорал йөрөтөүсеһе ике үгеҙ көнө буйы һөргән тиклем яландың яртыһылай ерҙә егермегә яҡын пелешти яугирен ҡырып һалды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ