Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 14:12 - Изге Яҙма

12 Шунан Йонаҫан менән ҡорал йөрөтөүсеһенә: – Беҙҙең янға менегеҙ! Һеҙгә бер һүҙ әйтәбеҙ, – тип ҡысҡырҙылар. Йонаҫан хеҙмәтсеһенә: – Минең арттан бар. Раббы уларҙы Исраил ҡулына бирҙе, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 14:12
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бөгөн ҡоҙоҡ янына килдем дә былай тинем: «Йә Раббы, хужам Ибраһимдың Аллаһы! Әгәр юлымды хәйерле ҡылырға яҙғанһың икән,


Үҙем Раббы алдына эйелеп сәждә ҡылдым. Хужамдың улына ҡустыһының ҡыҙын алыр өсөн миңә тоғро юл күрһәткән Раббыға, хужам Ибраһим Аллаһына шөкөр иттем.


Тут ағастары башында атлағанға оҡшаған тауыш ишетһәң, һөжүмгә күс. Пелешти ғәскәрен ҡыйратыр өсөн Раббы Үҙе һинең алдыңдан бара тигән һүҙ булыр был.


Бынан һуң Амасъяһ Йеһуҙан тыуған Йеһоахаздың улы Йеһоашҡа, Исраил батшаһына: «Әйҙә кил, йөҙмә-йөҙ көс һынашайыҡ», – тип илселәр ебәрҙе.


Девора Бараҡҡа былай тине: – Әйҙә, алға! Раббы Сисераны һинең ҡулыңа тапшыра торған көн был. Раббы Үҙе һинең алдан бара! Бараҡ ун мең кешелек ғәскәре менән Тавор тауынан төштө.


Тыңлап ултырғаны уға: – Был, моғайын, Исраилдан Йоаш улы Гидғондың ҡылысылыр. Алла мидйәндәр менән уларҙың тупламын уның ҡулына тапшыра булыр.


Гидғон, һөйләгән төштө һәм уны юрауҙы ишетеп, Раббыға сәждә ҡылды ла исраилдар тупламына әйләнеп ҡайтты һәм: – Тороғоҙ, Раббы мидйәндәр тупламын һеҙҙең ҡулға тапшыра, – тине.


Авимәләх тиҙ генә үҙенең ҡорал йөрөтөүсеһен саҡырып алды ла: – Ҡылысыңды сығар ҙа мине сәнсеп үлтер! Минең хаҡта: «Уны ҡатын кеше үлтерҙе», – тип әйтмәһендәр, – тине. Ҡорал йөрөтөүсе егет уға ҡылысы менән сәнсте, һәм Авимәләх йән бирҙе.


Ә инде: «Беҙҙең янға менегеҙ», – тиһәләр, барырбыҙ. Тимәк, Раббы уларҙы беҙҙең ҡулыбыҙға тапшыра. Был беҙҙең өсөн билдә булыр.


Йонаҫан аяҡ-ҡулы менән тырмашып өҫкә үрмәләне. Ҡорал йөрөтөүсеһе уның артынан эйәрҙе. Йонаҫан алдан пелештиҙәрҙе ҡырып барҙы, артынан ҡорал йөрөтөүсеһе лә үлтерә-үлтерә килде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ