1 Бер көндө Шаул улы Йонаҫан ҡоралын йөрөтөүсе егеткә: – Әйҙә, теге яҡтағы пелешти ғәскәренең алдынғы төркөмө яғына сығайыҡ, – тине. Әммә атаһына был хаҡта бер нәмә лә өндәшмәне.
Дуҫыңа ышанма, Яҡыныңа таянма, Ҡуйыныңда ятҡанға ла Эс сереңде аслан асма.
Шимшонды Раббы рухы солғап алды, һәм ул, ҡулында бер нәмәһе булмаһа ла, арыҫланды кәзә бәрәсендәй ботарлап ташланы. Был хаҡта атаһы менән әсәһенә һөйләп торманы.
Ул, ҡулына бал алып, юл буйы ашап барҙы. Атаһы менән әсәһе янына ҡайтҡас, уларға ла ашатты, ләкин балды арыҫлан үләкһәһе эсенән алғанын әйтмәне.
Гидғон, хеҙмәтселәренән ун кеше алып, Раббы үҙенә нисек әйткән, шулай эшләне. Ләкин, үҙенең ғаиләһенән һәм ҡала кешеләренән ҡурҡҡанға күрә, быны төнөн башҡарҙы.
Шаул Исраилдың өс мең кешеһен һайлап алды. Уларҙың ике меңе Шаул менән Михмаста, Бейт-Илдең тауында, меңе Йонаҫан менән Бинйәмин Гивғаһында урынлашты. Ҡалған халыҡты ул өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙе.
Шул сәбәпле был һуғыш башланғас, Шаул менән Йонаҫан янында булған халыҡтың ҡулында ҡылыс та, һөңгө лә юҡ, был ҡоралдар бары Шаулда һәм уның улы Йонаҫанда ғына ине.
Ул арала пелешти ғәскәренең алдынғы төркөмө Михмас үткәүеленә сыҡты.
Шаул Гивға янындағы Мигронда анар ағасы аҫтында ултыра ине. Эргәһендә алты йөҙгә яҡын кешеһе бар.
Шунан хеҙмәтселәренә: – Һеҙ минең алдан китегеҙ, ә мин артығыҙҙан барам, – тине. Ире Навалға бер нәмә лә әйтмәне.