20 Шуға күрә исраилдар төрән, тәпке, балта, ураҡ үткерләргә кәрәк булһа, пелештиҙәргә барырға мәжбүр ине.
Нафтали ерҙәренә тиклем һуҙылған Менашше, Әфраим, Шимғон ырыуҙары ҡалаларында һәм уларҙың эргә-тирәһендәге бушап ҡалған ерҙәрҙә,
Тимерҙе тимер сарлар, кешене кеше үткерләр.
Ялтлап торған ҡылысымды үткерләгәс, Ҡулым хөкөм ҡылыр өсөн күтәрелгәс, Дошмандарымдан Мин үс алырмын, Миңә нәфрәт тотҡандарҙы ҡырырмын.
Пелештиҙәр, ғивриҙәр ҡылыс йәки һөңгө яһап ҡуймаһын, тип хәүефләнгәнлектән, бөтә Исраилда бер тимерсе лә юҡ ине.
Пелешти тимерселәре төрән тимерҙәрен, тәпке, өс айырсалы һәнәк, балта ҡайраған һәм осло таяҡ тимерен кейҙергән өсөн бер шекелдең өстән ике өлөшөн ала торғайны.