19 Пелештиҙәр, ғивриҙәр ҡылыс йәки һөңгө яһап ҡуймаһын, тип хәүефләнгәнлектән, бөтә Исраилда бер тимерсе лә юҡ ине.
Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙең барыһын: бөтә түрәләрҙе, ҡаһарман яугирҙәрҙе, балта оҫталарын һәм тимерселәрҙе – ун мең кешене һөргөнгә алып китте. Йәһүҙә халҡының иң ярлыларынан башҡа бер кем дә ҡалманы.
Ҡара, күрек менән ҡуҙ өрҙөргән, Үҙ маҡсаты өсөн ҡорал әҙерләгән Тимерсене Мин яраттым, Юҡ итһен тип емереүсене лә Мин бар ҡылдым.
Бабил батшаһы Навуходоносор Йәһүҙә батшаһы Йеһояхин Йеһояҡим улын, уның менән бергә Йәһүҙәнең дәрәжәле кешеләрен, һөнәрселәрен һәм тимерселәрен Йәрүсәлимдән Бабилға һөргөнгә ҡыуып алып киткәс, Раббы миңә күренмеш иңдерҙе: Раббы ҡорамы алдына инжир һалынған ике кәрзин тора, имеш.
Был хат Йехонъяһ батша, батшаның әсәһе, һарай әһелдәре, Йәһүҙә һәм Йәрүсәлим түрәләре, һөнәрселәр, тимерселәр Йәрүсәлимдән ҡыуып алып кителгәндән һуң яҙылды.
Яңы илаһтар һайлағас, Һуғыш ҡала ҡапҡаһы алдына килде. Шул саҡ ҡырҡ меңлек Исраил халҡы ҡулында Ҡалҡан да, һөңгө лә күренмәне.
Шуға күрә исраилдар төрән, тәпке, балта, ураҡ үткерләргә кәрәк булһа, пелештиҙәргә барырға мәжбүр ине.