14 Инде һинең батшалығың оҙаҡҡа бармаясаҡ. Раббы Үҙенең күңеленә хуш килгән кешене тапты, уны Үҙенең халҡына хаким итеп тәғәйенләне, сөнки һин Раббының бойороғон үтәмәнең.
Элек, батшабыҙ Шаул булған саҡта уҡ, Исраилды һин һуғышҡа алып инә, алып сыға торғайның. Раббы һиңә: «Халҡым Исраилға көтөүсе булырһың, Исраилға һин идара итерһең», – тине.
– Һинең атайыңдан, уның барлыҡ нәҫел-нәсәбенән өҫтөн күреп, мине Раббы халҡының – Исраилдың башлығы итеп ҡуйған Раббы хозурында уйнармын да, бейермен дә, – тип яуап ҡайтарҙы Дауыт. – Раббы хаҡына
– Кире борол да халҡымдың етәксеһе Хизкияһҡа ошо хәбәрҙе еткер, атайың Дауыттың Аллаһы Раббы былай ти: «Доғаңды ишеттем, күҙ йәштәреңде күрҙем. Бына, һаулығыңды ҡайтарам. Өсөнсө көндә Раббы ҡорамына барырһың.
Раббыға тоғролоғон боҙғаны, Раббы әйткәнде тыңламағаны, Раббыға ялбарыр урынға әруахтарҙың рухын саҡырыусыға мөрәжәғәт иткәне өсөн, Шаулдың ғүмере бына шулай ҡыйыла. Раббы уны юҡ итә һәм батшалыҡты Ишай улы Дауытҡа тапшыра.
сөнки байлыҡ мәңге түгел, таж да нәҫелдән-нәҫелгә күсмәй.
Шунда Ишағыяһ былай тине: – Күк ғәскәрҙәре Раббыһының әйткәненә ҡолаҡ һал.
Уны тәхеттән төшөргәс, батша итеп Дауытты ҡуйған һәм уның хаҡында: «Мин күңелемә хуш килгән Ишай улы Дауытты таптым. Ул Мин нимә теләһәм, шуны эшләр», – тигән.
Алла Дауытты яҡын күргән, һәм Дауыт, Яҡуп Аллаһы өсөн торлаҡ һалырға тип, Унан рөхсәт һораған.
Алла – бөтә нәмәнең маҡсаты һәм башланғысы. Үҙенә эйәргән күп кешеләрҙе данға алып килгән сағында, ҡотолоуҙарына нигеҙ һалған Ғайсаны ғазаптар аша камиллыҡҡа еткерергә тейеш ине.
Сөнки башбаштаҡлыҡ – сихырсылыҡ кеүек үк гонаһ, тиҫкәрелек – йорт илаһтарына табыныу кеүек әшәкелек. Һин Раббының һүҙен кире ҡаҡҡан өсөн, Раббы һине батша булараҡ кире ҡаҡты.
– Һинең менән ҡайтмайым, – тине Шемуил Шаулға. – Сөнки һин Раббының һүҙен кире ҡаҡҡас, Раббы һине Исраилға батша булыуҙан кире ҡаҡты.
– Бөгөн Раббы Исраил батшалығын һинән ошолай йыртып алды һәм һинән яҡшыраҡ яҡыныңа бирҙе, – тине Шемуил. –
Раббы Шемуилға: – Һин ҡасанға тиклем Шаул өсөн көймәксеһең? Мин унан баш тарттым – ул Исраилға башҡаса батша булмаясаҡ. Мөгөҙгә зәйтүн майы тултыр ҙа юлға сыҡ. Мин һине Бейт-Ләхәмдә йәшәгән Ишай тигән кешегә ебәрәм: уның улдарының береһен батша итеп күҙләнем, – тине.
Ишай кеше ебәреп, улын килтертте. Ул ике бите ҡыҙарып янып торған, матур күҙле, күркәм йөҙлө ине. Раббы Шемуилға: – Тор, уны мәсехлә, һайлаған кешем ошо, – тине.
Шуға күрә Исраил Аллаһы Раббы былай тип белдерә: «Мин: „Ғаиләң һәм атаң нәҫеле Миңә мәңге хеҙмәт итәсәк“, – тигәйнем. Әммә хәҙер Раббы: „Юҡ, улай булмаясаҡ“, – тип белдерә. Мине хөрмәт иткәндәрҙе Мин дә хөрмәт итәм, ә Мине һанламаусылар хурлыҡҡа төшөрөләсәк.
Кеше дошманын тапҡас, уны хәйерле юлға оҙатырмы? Бөгөн миңә эшләгәнең өсөн, Раббы һиңә яҡшылыҡ менән ҡайтарыр.
Раббы, хакимыма әйтелгән бөтә был яҡшылыҡтарҙы ғәмәл ҡылып, уны Исраилға етәксе итеп ҡуйғас,
– Иртәгә ошо ваҡытта Бинйәмин еренән һиңә бер кешене ебәрермен. Уны халҡым Исраилдың хакимы итеп мәсехләрһең. Ул халҡымды пелештиҙәр ҡулынан ҡотҡарыр. Мин халҡымдың ғазабына баҡтым, уның аһ-зарҙары Миңә килеп етте, – тине.