11 Ләкин Шемуил: – Нимә эшләнең һин? – тине. – Ҡарайым, халыҡ янымдан таралыша башланы, – тип яуап ҡайтарҙы Шаул. – Һин дә әйткән көндәреңдә килмәнең. Өҫтәүенә пелештиҙәр Михмаста тупланған.
Раббы Алла ҡатындан: – Ниңә улай эшләнең? – тип һораны. Ҡатын: – Мине йылан ҡотортто, шуға ашаным, – тине.
– Нишләнең һин? – тине Раббы. – Туғаныңдың ҡаны тупраҡтан Миңә иңрәп өндәшә!
Йоав батша янына килеп: – Ни эшләнең һин? Авнер үҙ аяғы менән һинең яныңа килгән икән, ниңә уны ҡайтарып ебәрҙең?
Шунан ул хакимы Ильясиғин янына китте. – Ҡайҙа барып килдең, Гехази? – тип һораны пәйғәмбәр. – Һинең ҡолоң бер ҡайҙа ла барманы, – тип яуапланы хеҙмәтсеһе.
Ғайаҫ ҡалаһына еттеләр, Мигронды уҙҙылар, Михмаста йөктәрен бушаттылар;
– Улым! – тине Йушағ Ғаханға. – Исраил Аллаһы Раббыны данла һәм Уға маҡтау яуҙыр! Нимә эшләгәнеңде миңә һөйләп бир, бер нәмәне лә йәшермә.
Хәҙер пелештиҙәр Гилгалға миңә һөжүм итәсәк, ә мин Раббынан мәрхәмәт һорап ялбарманым, тип уйланым. Шуға күрә тотош яндырыу ҡорбаны килтерергә тәүәккәлләнем.
Шаул, уның улы Йонаҫан һәм улар менән булған кешеләр Бинйәминдәр биләмәһендәге Гивға ҡалаһында урынлашты. Пелештиҙәр иһә Михмаста туплам ҡорғайны.
Шаул Исраилдың өс мең кешеһен һайлап алды. Уларҙың ике меңе Шаул менән Михмаста, Бейт-Илдең тауында, меңе Йонаҫан менән Бинйәмин Гивғаһында урынлашты. Ҡалған халыҡты ул өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙе.
Ул арала пелешти ғәскәренең алдынғы төркөмө Михмас үткәүеленә сыҡты.
Пелештиҙәр Исраилға ҡаршы яуға йыйынды. Улар утыҙ мең яу арбаһы, алты мең һыбайлыһы, диңгеҙ ярындағы ҡом шикелле күмәк яугирҙәре менән килеп, Михмас эргәһенә Бейт-Ауендың көнсығышында туплам ҡорҙолар.
Ҡаяларҙың береһе төньяҡҡа, Михмас яғына, икенсеһе көньяҡҡа, Гивғаға, ҡарағайны.