10 Ул ҡорбанды яндырып та бөттө, Шемуил килеп етте. Шаул, сәләмләр өсөн, уға ҡаршы сыҡты.
Ул Исраилды бөтә ғәйептәренән Йолоп, ҡотҡарып аласаҡ.
Бына бер ваҡыт Бейт-Ләхәмдән Боғаз килеп, ураҡсыларҙы сәләмләне: – Раббы һеҙҙең менән булһын! Ураҡсылар уға: – Раббы һиңә фатихаһын бирһен, – тип яуапланы.
Шемуил шунда юлланды. Шаул уны: – Раббы һине мөбәрәк ҡылһын. Мин Уның әмерен үтәнем, – тип ҡаршыланы.
Навалдың хеҙмәтселәренең береһе уның ҡатыны Авигаилгә: – Дауыт сүлдән әфәндебеҙгә сәләм әйтеп илселәр күндергәйне, – тине. – Тик хужабыҙ уларҙы әрләп ебәрҙе.