22 Раббы Үҙенең бөйөк исеме хаҡына Үҙ халҡын ташламаҫ, сөнки һеҙҙе Үҙенең халҡы итеүҙе хуш күрҙе.
Мин халҡым Исраил араһында йәшәрмен, уларҙы бер ваҡытта ла ташламам.
Аллабыҙ Раббы ата-бабаларыбыҙҙы ҡурсалаған кеүек беҙҙең менән дә бергә булһын, беҙҙе бер ваҡытта ла ташламаһын, беҙҙән айырылмаһын.
Раббы Исраилдың исемен ер йөҙөнән юҡ итергә теләмәгәнгә күрә, уларҙы Яровғам Йеһоаш улы аша ҡотҡарҙы.
Халҡымдың иҫән ҡалғандарынан баш тартам, уларҙы дошмандары ҡулына тапшырам. Дошмандары уларҙы талап, үҙҙәренә табыш итер.
Һин, Сөләймән улым, атайыңдың Аллаһын бел һәм уға бөтөн йөрәгең һәм бар булмышың менән хеҙмәт ит, сөнки Раббы бөтә йөрәктәрҙе һынап ҡарай һәм уйҙарҙың һәр ынтылышын аңлай. Әгәр Уны эҙләһәң – табырһың, ә инде Уны ташлаһаң, Ул һинән бөтөнләй ваз кисер.
Ул Асаның ҡаршыһына сыға ла былай ти: – Аса, йәһүҙиҙәр һәм бинйәминдәр, һәммәгеҙ мине тыңлағыҙ! Һеҙ Раббы менән булған саҡта Ул да һеҙҙең менән була. Әгәр Уны эҙләһәгеҙ, табырһығыҙ. Әгәр Уны ташлаһағыҙ, Ул да һеҙҙе ташлар.
Улар Һине тыңларға теләмәне, Һин улар өсөн эшләгән мөғжизәләрҙе онотто, тиҫкәрелектәренә барып, ҡоллоҡҡа кире ҡайтыр өсөн үҙҙәренә юлбашсы һайлап ҡуйҙы. Әммә Һин – ғәфү итеүсе Алла, мәрхәмәтле, рәхимле, сикһеҙ түҙемле һәм оло мөхәббәтлеһең. Һин уларҙы ташламаның.
Тоғро мөхәббәте өсөн улар Раббыға рәхмәт уҡыһын! Әҙәм балаларына ҡылған хикмәттәре өсөн шөкөрана ҡылһын!
Мысырҙарҙың: «Ул халыҡты уҫал ниәт менән, тауҙарҙа үлтереп ер йөҙөнән юҡ итер өсөн алып сыҡты», – тип әйтеүе ниңә кәрәк? Асыуланма, шәфҡәтеңде күрһәт, Үҙ халҡыңды һәләк итмә!
Был ҡаланы Үҙемдең хаҡыма, Ҡолом Дауыттың хаҡына Һаҡлармын һәм ҡотҡарып ҡалырмын“».
Ярлы-фәҡир менән мохтаждар, Һыу эҙләп тапмаған саҡта, Сарсауҙан телдәре ҡорор. Мин, Раббы, уларға яуап ҡайтарырмын, Мин, Исраил Аллаһы, уларҙы ташламам!
Һуҡырҙарҙы улар белмәгән юл менән алып китермен, Уларға таныш булмаған һуҡмаҡтарҙан йөрөтөрмөн. Алдарында ҡараңғыны яҡтылыҡҡа әйләндерәм, Суғырмаҡты тигеҙ итәм. Ошоларҙың барыһын да ғәмәл ҡылам, Әйткәнемде эшләмәйсә ҡалмам.
Мин, Мин Үҙем, Үҙемдең хаҡыма Енәйәттәреңде юйып ташлайым, Гонаһтарыңды башҡаса иҫкә алмам.
Исемем менән саҡырған һәр кешене, Үҙ даным өсөн Үҙем яратҡан, Үҙем бар ҡылған һәм рәүеш биргән Һәр кешене кире килтер!“ – тиермен.
Быны бары Үҙем өсөн, Тик Үҙем өсөн генә эшләйем, Сөнки ни өсөн исемем оятҡа ҡалырға тейеш? Шөһрәтемде һис кемгә лә бирмәм.
Раббы иһә: «Әсә имеҙгән сабыйын онотамы һуң? – тине. – Йөрәк түренән сыҡҡан балаһын йәлләмәйме? Хатта әсә үҙ балаһын онота ҡалһа ла, Мин һине бер ваҡытта ла онотмам.
Раббы әйтте: «Дөрөҫ, улар – Минең халҡым, Миңә хыянат итмәйәсәк балаларым!» Шулай итеп, Алла уларға Ҡотҡарыусы булды.
Исемең хаҡына беҙҙе инҡар итмә, Дан тәхетеңде хурлыҡҡа төшөрмә, Беҙҙең менән төҙөгән килешеүеңде иҫеңдә тот, Зинһар, килешеүеңде боҙма.
Енәйәттәребеҙ беҙгә ҡаршы шаһитлыҡ итһә лә, Исемең хаҡына ярҙам ит, йә Раббы! Дөрөҫ, беҙ Һиңә күп хыянат иттек, Һиңә ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ.
Ниңә ҡаушап ҡалған уҙамандай, Ҡотҡарырға көсө булмаған яугир һымаҡһың? Һин бит, Раббы, беҙҙең арабыҙҙа! Һин беҙҙе Үҙеңдеке тип атаның, Ташлама беҙҙе!
Ниңә беҙҙе ташланың шулай оҙаҡҡа? Ни өсөн беҙҙе бөтөнләйгә оноттоң?
Әммә исраилдарҙы Мысырҙан алып сыҡҡанымды күргән ҡәүемдәр күҙендә Мин Үҙемдең исемем хаҡына, исемемә тап төшмәһен өсөн улай эшләмәнем.
Әммә Мин Үҙемдең исемем хаҡына, улар араларында йәшәгән ҡәүемдәр алдында исемемә тап төшмәһен өсөн быны эшләмәнем, сөнки уларҙың күҙе алдында исраилдарҙы Мысырҙан алып сыҡҡан сағымда Үҙемде танытҡайным.
– Мин яраттым һеҙҙе, – ти Раббы. – Ә һеҙ: «Һинең яратыуың нимәлә һуң?» – тип һорайһығыҙ. Ғаяз Яҡуптың ағаһы түгелме ни? – тип белдерә Раббы. – Мин Яҡупты яраттым,
Эйе, Атам, был һинең игелекле ихтыярың ине!
Мине һеҙ һайламанығыҙ, ә Мин һеҙҙе һайлап алдым; емеш килтерегеҙ һәм емешегеҙ һәр ваҡыт булып торһон тип, һеҙҙе Мин тәғәйенләп ҡуйҙым. Шулай итеп, Минең исемемдән Атанан нимә генә һораһағыҙ ҙа, Ул һеҙгә бирер.
Шуға ла мин, Алла Үҙ халҡын кире ҡаҡҡанмы ни, тип һорайым. Әлбиттә, юҡ! Мин үҙем дә Исраил кешеһе. Ибраһим нәҫеленән, Бинйәмин тоҡомонанмын.
сөнки Алланың бүләктәре лә, саҡырыуы ла кире алынмай.
Һине кем өҫтөн итеп ҡуйҙы? Юғарынан бирелгәндән тыш, һинең үҙеңдең нимәң бар? Юғарынан бирелгән икән, ни өсөн унан алмаған һымаҡ маҡтанаһың?
Быны Ул беҙҙең, Мәсихкә өмөт бағлаусыларҙың тәүгеләре аша Алланың шөһрәте маҡталһын өсөн эшләне.
Ул быны Үҙенең ғәзиз Улында беҙгә бүләк итеп биргән бөйөк мәрхәмәте маҡталһын өсөн эшләне.
Һеҙ – Аллағыҙ Раббы өсөн изге халыҡ. Раббы ер йөҙөндә булған бөтә халыҡтар араһынан Үҙ халҡы итеп һеҙҙе һайлап алды.
Шул саҡ уларға асыуым ялҡынланыр һәм Мин, уларҙы ташлап, йөҙ сөйөрөрмөн. Улар башҡаларға ем булыр, баштарына һанһыҙ михнәт-ҡайғылар ябырылыр һәм яза көнөндә: «Был бәләләр башыбыҙға Аллабыҙ беҙҙең менән булмаған өсөн төштө», – тип әйтерҙәр.
Ныҡ һәм ғәйрәтле булығыҙ, ҡурҡмағыҙ, ҡаушап ҡалмағыҙ, сөнки Аллағыҙ Раббы Үҙе һеҙҙең менән бара – Ул һеҙҙе яңғыҙ ҡалдырмаҫ, ташлап китмәҫ.
Раббы Үҙе алдыңдан барыр, һинең менән бергә булыр, яңғыҙ ҡалдырмаҫ һәм ташлап китмәҫ. Ҡурҡма һәм ҡаушама.
Сөнки һин – Аллаң Раббы өсөн изге халыҡ. Аллаң Раббы һине ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар араһынан Үҙ халҡы итер өсөн һайлап алды.
Был ерҙе тоғролоғоң һәм тәҡүәлегең өсөн милек итеп алырға бармайһың. Аллаң Раббы был халыҡтарҙы ҡылған яуызлыҡтары өсөн һәм ата-бабаларың Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа ант итеп әйткән вәғәҙәһен үтәр өсөн күҙ алдыңдан ҡыуа.
Тормошоғоҙҙа изгелекле эш башлаған Алла уны Ғайса Мәсих килгән көнгә тиклем тамамлар, тип ышанам.
Байлыҡҡа нәфселе булмағыҙ, бары менән ҡәнәғәт йәшәгеҙ. Сөнки Алла: «Мин бер ҡасан да һине яңғыҙ ҡалдырмам һәм ташламам», – тип әйткән.
Был хаҡта ҡәнғәниҙәр һәм был илдә йәшәгән барса халыҡ белер ҙә, беҙҙе ҡамауға алып, исемебеҙҙе ер йөҙөнән юйып ташлар. Шул сағында Һинең бөйөк исемең менән ни булыр?
Әммә һеҙ – ҡараңғылыҡтан Үҙенең ғәжәйеп яҡтылығына Саҡырыусының бөйөк эштәрен иғлан итеү өсөн һайланған нәҫел, батша ҡаһиндары, мөҡәддәс халыҡ, Алланың Үҙ халҡы.