Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 11:13 - Изге Яҙма

13 Ләкин Шаул: – Бөгөн берәүҙең дә йәне ҡыйылырға тейеш түгел, – тип яуапланы. – Сөнки Раббы бөгөн Исраилға ҡотолоу бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 11:13
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Һеҙгә минән ни кәрәк, Серуяһ улдары? Ниңә миңә хөсөтлөк ҡылаһығыҙ? Бөгөн, үҙемдең Исраил батшаһы булғанымды белгән көндө, Исраилда кемдең дә булһа йәне ҡыйылырға тейешме ни? – тине Дауыт.


Шунан Шимғигә: – Һин үлмәйһең, – тип ант итте.


Әлғазар ныҡ торҙо; ҡулы хәлһеҙләнеп, усы ҡылысына йәбешкәнсе пелештиҙәрҙе ҡырҙы. Раббы ул көндә исраилдарға оло еңеү насип итте. Кире боролоп килгән ғәскәр Әлғазар артынан мәйеттәрҙең әйберен йыйып ҡына йөрөнө.


Әммә Муса халыҡҡа: – Ҡурҡмағыҙ! – тине. – Тик кенә тороғоҙ, бөгөн Раббының һеҙҙе нисек ҡотҡарғанын күрерһегеҙ. Әле күргән мысырҙарҙы башҡаса мәңге күрмәҫһегеҙ!


Раббы ул көндө Исраил халҡын мысырҙар ҡулынан ҡотҡарҙы. Исраилдар яр буйында мысырҙарҙың мәйеттәрен күрҙе.


Хәлде үҙгәртерлек бер кемдең дә булмағанын күрҙе, Яҡлаусының булмауына хайран ҡалды. Үҙ көсө менән еңеү яуланы, Хаҡлығы Уға таяныс булды.


Әммә хәҙер кем булһам, Алла мәрхәмәте менән мин шул булдым. Ул күрһәткән мәрхәмәт бушҡа китмәне, башҡа илселәрҙең һәммәһенә ҡарағанда ла тырышыбыраҡ хеҙмәт иттем. Хәйер, мин түгел, ә минең менән булған Алла мәрхәмәте хеҙмәт итте.


Ләкин ҡайһы бер алама кешеләр: – Шул беҙҙе ҡотҡара алыр тиһеңме? – тип Шаулды һанға һуҡманы һәм уға бүләктәр килтермәне. Әммә Шаул быны ишетмәмешкә һалышты.


Әммә халыҡ Шаулға: – Исраилға был бөйөк еңеүҙе яулаған Йонаҫан үлһенме ни? – тип ҡаршы төштө. – Тере Раббы шаһит: Йонаҫандың башынан бер сәс бөртөгө лә ергә төшмәҫ. Сөнки бөгөн ул Алланың ярҙамы менән эш итте. Шулай итеп, халыҡ Йонаҫанды үлемдән йолоп алып ҡалды.


Үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, пелештиҙе үлтерҙе. Раббы бөтә Исраилға бөйөк еңеү бирҙе. Быны һин үҙең дә күреп торҙоң, ҡыуандың. Шулай булғас, ниңә ғәйепһеҙгә ҡан түгергә, Дауытты бер сәбәпһеҙ үлтереп гонаһ ҡылырға уйлайһың?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ