Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 11:11 - Изге Яҙма

11 Икенсе көндө Шаул үҙенең кешеләрен өс төркөмгә бүлде. Улар таң алдынан тупламдың уртаһына үтеп инделәр ҙә көндөң ҡыҙыуына тиклем ғаммондарҙы тар-мар иттеләр. Иҫән ҡалғандары тырым-тырағай һибелде, бергә торған ике кеше лә ҡалманы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 11:11
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был урынды Ибраһим Йәһүә-Йире тип атаны. «Раббы тауында хәстәрләнер», – тигән әйтем шунан ҡалған.


Дауыт кешеләрен өс өлөшкә бүлде. Беренсеһенә – Йоавты, икенсеһенә Йоавтың туғаны – Серуяһ улы Авишайҙы, өсөнсөһөнә Ғаҫ кешеһе Иттайҙы башлыҡ итте. Батша яугирҙәренә: – Мин дә һеҙҙең менән барам! – тине.


Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының мәҙхиәһе.


Таң алдынан Раббы болот һәм ут бағанаһы араһынан Мысыр ғәскәренә күҙ ташланы һәм уларҙы ҡурҡыуға һалды.


сөнки хөкөм итһәгеҙ, һеҙҙе лә шулай хөкөм итерҙәр; ниндәй үлсәм менән үлсәһәгеҙ, һеҙгә лә шундай үлсәм менән үлсәп бирелер.


Шәфҡәт күрһәтмәүсегә ҡарата хөкөм рәхимһеҙ булыр. Шәфҡәтлелек иһә хөкөмдән өҫтөн булыр!


Шунда Адони-Бәзәҡ: – Аяҡ-ҡулының баш бармаҡтары ҡырҡылған етмеш батша минең өҫтәлем аҫтына төшкән валсыҡты йыя торғайны. Инде хәҙер Алла миңә ҡылған ғәмәлдәремдең әжерен бирҙе, – тине. Адони-Бәзәҡте Йәрүсәлимгә килтерҙеләр, ул шунда вафат булды.


Бараҡ дошмандың яу арбаларын һәм ғәскәрен Харошәҫ-Һаггоимғаса баҫтырҙы. Сисераның бөтә яугирҙәре ҡылыстан үткәрелде, бер кешеһе лә ҡалманы.


Өс йөҙ кешене өскә бүлеп, уларҙың һәр береһенең ҡулына мөгөҙ борғо һәм буш балсыҡ көршәк тотторҙо, көршәк эсенә яҡтыртҡыстар ҡуйҙырҙы.


Өс төркөм дә борғо ҡысҡыртырға тотондо, көршәктәрен бәреп ватты! Һул ҡулдарына яҡтыртҡыстарын, уң ҡулдарына мөгөҙ борғоларын тотҡандар: «Раббы өсөн, Гидғон өсөн ҡылыс!» – тип һөрәнләне.


Ғәскәрен өс төркөмгә бүлеп, Авимәләх уларға ҡырҙа йәшенеп торорға бойорҙо. Халыҡтың ҡаланан сыҡҡанын күреп, уларға һөжүм итте һәм үлтереп бөттө.


Әммә ғаммон Нахаш уларға: – Тик бер генә шарт менән килешеү төҙөйөм, – тип яуапланы. – Һәр берегеҙҙең уң күҙен соҡоп алам да, бөтә Исраилды мәсхәрәгә ҡалдырам.


Шаул Исраилда үҙенең хакимлығын нығытып, тирә-яғындағы дошмандары – Моав, Ғаммон, Эдом халыҡтары, Сова батшалары һәм пелештиҙәр менән һуғышты. Кемгә ҡаршы һуғышһа ла еңеү ҡаҙанды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ