8 Минән алда Гилгалға төш. Тотош яндырыу, татыулыҡ ҡорбандары салыр өсөн мин дә унда барырмын. Килгәнемде ете көн көт, яныңа барғандан һуң, һиңә нимә эшләргә кәрәклеген әйтермен.
Бахуримдан Бинйәмин ырыуынан булған Гера улы Шимғи ҙә Йәһүҙә кешеләре менән бергә Дауыт батшаны ҡаршыларға ашыҡты.
Ҡорбан килтереүсе, Раббыға ут ҡорбаны булараҡ, татыулыҡ ҡорбанының арҡа һөйәгенә ҡәҙәр һылып алынған ҡойроҡ майын, эсәк-ҡарынын ҡаплаған һәм эсәк-ҡарыны янындағы бөтә майҙы, ике бөйөрөн, бөйөр өҫтөндәге һәм билендәге майҙарын һәм бауыр аҫтындағы өлөшөн бөйөрҙәре менән бергә айырып алһын.
Беренсе айҙың унынсы көнөндә исраилдар Иордан аша сығып Йерихонан көнсығышҡараҡ, Гилгал тигән урында туплам ҡорҙо.
Исраилдар Шаулдың пелешти ғәскәрен ҡыйратыуы тураһында һәм пелештиҙәрҙең Исраилға асыулы икәнен белде. Бынан һуң халыҡ Шаул янына Гилгалға саҡырылды.
Әммә Шемуил: – Ҡылысың ҡатындарҙы ҡайһылай балаһыҙ ҡалдырған, хәҙер әсәйең дә шулай улһыҙ ҡаласаҡ, – тип Гилгалда, Раббы ҡаршыһында, Агагты ҡылыс менән сабып үлтерҙе.