23 Йүгереп барып Шаулды алып килделәр. Ул халыҡ араһына баҫты. Буйға бөтәһенән дә бер башҡа ҡалҡыуыраҡ ине.
Әҙәмде ҡыуып сығарҙы ла, тереклек ағасына илткән юлды һаҡлау өсөн, Ғедән баҡсаһының көнсығыш яғына кирубтар һәм әйләнеп торған утлы ҡылыс ҡуйҙы.
Әммә Раббы Шемуилға: – Уның матурлығы менән буйсанлығына ҡарама. Мин уны кире ҡаҡтым, Раббы әҙәм кеүек күрмәҫ. Кеше тышҡы ҡиәфәткә, ә Раббы йөрәккә ҡарай, – тине.
Пелештиҙәр тупламынан Ғаҫ ҡалаһынан булған Голиаҫ атлы бәһлеүән сыҡты. Буйы – алты терһәк тә бер ҡарыш ине.
Бинйәмин ырыуынан Ҡиш тигән бер арҙаҡлы кеше була торғайны. Атаһы Авиил, Авиилдың атаһы Серор, Серорҙың атаһы Бехораҫ, ә Бехораҫтыҡы – Афиах.
Ҡиштың Шаул исемле йәш, күркәм улы бар ине. Исраилдар араһында унан да матурырағы булмағандыр. Буйы һәр кешенән бер башҡа ҡалҡыуыраҡ ине.