11 Уны электән белгән кешеләр, пәйғәмбәрҙәр менән пәйғәмбәрлек иткәнен күреп, бер-береһенә: – Ҡиштың улына ни булған? Әллә Шаул да пәйғәмбәр булғанмы? – тиештеләр.
Ғамос Амасъяһҡа: – Мин пәйғәмбәр ҙә, пәйғәмбәр нәҫеленән дә түгелмен. Мин мал ҡарайым һәм ҡырағай инжир ағастарын тәрбиәләйем.
Әммә Раббы, мине көтөүҙәремдән айырып: «Бар, Минең халҡым исраилдарға пәйғәмбәрлек ҡыл», – тип ҡушты.
Йәһүдтәр: – Был Кеше, бер ерҙә лә уҡымаған булһа ла, Яҙмаларҙы ҡайҙан шул тиклем яҡшы белә икән? – тип ғәжәпләнде.
Кешеләр уның Матур ҡапҡа төбөндә хәйер һорашып ултырған әҙәм икәнен танығайны, шуға уның менән булған хәлгә иҫтәре китеп хайран ҡалды.
Юғары кәңәшмә ағзалары Петрус менән Яхъяның ҡыйыулығын күрҙеләр һәм, уларҙың уҡымаған, ябай кешеләр икәнен белеп, хайран ҡалдылар. Шунан һуң ғына уларҙың Ғайса менән бергә йөрөгән кешеләр икәнен аңланылар.
Уны тыңлағандарҙың барыһы ла хайран ҡалып: – Йәрүсәлимдә шул исемде телгә алыусыларҙы эҙәрләгән әҙәм түгелме һуң был? Бында ла, уларҙы бығаулап, баш ҡаһиндарға тапшырырға тип килмәнеме икән ул? – тиеште.
Ул да кейемдәрен сисеп ырғытты, Шемуил алдында пәйғәмбәрлек итте. Көнө буйы, төнө буйы яланғас ятты. Халыҡтың: «Шаул да пәйғәмбәр булғанмы?» – тигәне шунан тороп ҡалған.