2 Әлҡананың ике ҡатыны булып, береһенең исеме – Ханна, икенсеһенеке Пенинна ине. Пениннаның балалары бар, ә Ханна балаһыҙ ине.
Сарая түлһеҙ булды, бала таба алманы.
Исхаҡ ҡатыны өсөн Раббыға ялбарҙы, сөнки Рабиға түлһеҙ ине. Раббы Исхаҡтың үтенесен ишетте, ҡатыны ауырға ҡалды.
Раббы күрҙе: ире Лиәне бөтөнләй яратмай, шуға уны түлле итте, ә Рәхилә бала тапманы.
Ләмәх ике ҡатынға өйләнде, береһенең исеме Ғада, икенсеһенеке Силла ине.
Ләмәх ҡатындарына былай тине: – Ғада, Силла, тауышымды ишетегеҙ! Эй Ләмәхтең ҡатындары, һүҙемә ҡолаҡ һалығыҙ: Мине яралаған өсөн бер кеше үлтерәм! Мине зыянлаған өсөн бер егет үлтерәм!
– Һеҙ таш йөрәкле булғанға күрә, Муса ҡатындарығыҙ менән айырылышырға рөхсәт биргән. Башланғыста улай түгел ине, – тип яуапланы Ғайса.
Әлисабеттың түлһеҙлеге арҡаһында уларҙың балалары булманы. Улар икеһе лә оло йәштә ине инде.
Унда Ашер нәҫеленән Ханна пәйғәмбәр – Пенуилдың ҡыҙы ла бар ине. Инде өлкән йәштәге был ҡатын, кейәүгә сыҡҡас, ире менән ете йыл ғына йәшәп
Шул заманда Сорға ҡалаһында Дан ырыуынан Маноах тигән кеше йәшәй ине. Уның ҡатыны түлһеҙ булып, балалары юҡ ине.
Уның етмеш улы бар ине, сөнки ҡатындары күп булды.