19 Иртәгәһенә таңдан тороп Раббыға ғибәҙәт ҡылдылар ҙа Рамалағы өйҙәренә әйләнеп ҡайттылар. Әлҡана ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡылды, һәм Раббы Ханнаны иҫенә төшөрҙө.
Раббы, әйткән һүҙе буйынса, Сараға яҡшылыҡ ҡылды, уға биргән вәғәҙәһен ғәмәлгә ашырҙы.
Алла Рәхиләне лә иҫендә тотто, уның теләктәрен ҡабул ҡылды – түл бирҙе.
Әҙәм ҡатыны Һауа менән яҡынлыҡ ҡылды. Һауа ауырға ҡалды һәм Ҡабил исемле улын тапты. «Раббы рәхмәте менән уллы булдым», – тине Һауа.
Әммә Алла Нухты, уның кәмәһендә булған мал-тыуарҙы һәм ҡыр хайуандарын онотманы: Алла ергә ел ебәрҙе, шунан һыу күтәрелеүҙән туҡтаны.
Әммә ҡатын ауырға ҡалды һәм икенсе йылды Ильясиғин әйткән ваҡытта улы тыуҙы.
Яңғыратып шөкөрана ҡылыр, Мөғжизәле эштәреңде һөйләр өсөн.
Ярҙам ялбарыуымды тыңла, Батшам, Аллам, Мин Һиңә доғамды оҙатам.
Иртәгеһен Ғайса яҡтырғансы уҡ тороп ҡаланан сығып китте лә аулаҡ урынға барып доға ҡылды.
Шунан Ғайсаға өндәште: – Ғайса, Үҙ Батшалығыңа ингәс, мине иҫкә ал.
Ғивғон, Рама, Беероҫ,
Әфраим таулығындағы Рамаҫаим-Суфим ҡалаһында бер кеше йәшәй ине. Уның исеме Әлҡана булып, Әфраим ырыуынан Йерохамдың улы ине. Йерохам – Әлиһу, Әлиһу – Тоху, ә Тоху иһә Суфтың улы.
Нәҙер әйтеп, былай тине: – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, мин ҡолоңдоң ҡайғыһына күҙ һалып, иҫеңә алһаң, ҡолоңдо онотмайынса бер ир бала бирһәң, уны, башына бәке лә тейҙермәйенсә, Раббыға бағышлар инем.
Шунан һуң Шемуил Рамаға, Шаул үҙенең өйөнә – Гивғаһына ҡайтып китте.
Шемуил, зәйтүн майы һалынған мөгөҙөн алып, уны ағалары алдында мәсехләне. Ошо көндән башлап Дауытты Раббы рухы солғап алды. Ә Шемуил Рамаға ҡайтып китте.
Дауыт ҡасып ҡотолдо һәм Рамаға Шемуилға килде. Уға Шаулдың үҙенә нимәләр эшләгәнен һөйләп бирҙе. Шунан Шемуил менән икәүләп Найоҫҡа килделәр.
Әлҡана Рамаға, өйөнә, ҡайтып китте. Бәләкәй Шемуил Ғәли ҡаһин янында Раббыға хеҙмәт итергә ҡалды.
Шемуил вафат булды. Бөтә Исраил йыйылып, уның өсөн йәш түкте. Уны Рамала, үҙ төйәгендә ерләнеләр. Бынан һуң Дауыт Паран сүленә китте.
Шунан Рамалағы өйөнә ҡайта, унан да Исраилға хөкөм ҡылыр булды. Шунда ул Раббыға ҡорбан усағы төҙөнө.
Исраилдың бөтә аҡһаҡалдары йыйылып, Рамаға Шемуил янына килде.
Икенсе көндө иртән иртүк торҙолар. Шемуил Шаулды өй башынан саҡырып: – Әйҙә тор, мин һине оҙатып ҡуяйым, – тине. Шаул Шемуил менән бергә тышҡа сыҡты.