Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 1:11 - Изге Яҙма

11 Нәҙер әйтеп, былай тине: – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, мин ҡолоңдоң ҡайғыһына күҙ һалып, иҫеңә алһаң, ҡолоңдо онотмайынса бер ир бала бирһәң, уны, башына бәке лә тейҙермәйенсә, Раббыға бағышлар инем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 1:11
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яҡуп шундай нәҙер әйтте: – Әгәр Алла мине ташламаһа, юлда мине һаҡлап, икмәк һәм кейем бирһә,


Лиә ауырға ҡалды ла ир бала тапты, уға Рәүвән тип исем бирҙе. – Раббы минең ҡайғымды күрҙе, – тине ул. – Хәҙер инде ирем мине яратыр.


Алла Рәхиләне лә иҫендә тотто, уның теләктәрен ҡабул ҡылды – түл бирҙе.


Әммә Алла Нухты, уның кәмәһендә булған мал-тыуарҙы һәм ҡыр хайуандарын онотманы: Алла ергә ел ебәрҙе, шунан һыу күтәрелеүҙән туҡтаны.


Бәлки, Раббы, кәмһетелеүемде күреп, бөгөнгө яман һүҙҙәр өсөн алдағы көнөмдә миңә яҡшылыҡ күндерер.


Халыҡ уға ышанды. Раббының уларҙы хәстәрләүен, ғазаптарын күреүен ишеткәс, эйелеп сәждә ҡылдылар.


Эй улым, һиңә нимә әйтәйем? Ҡарынымдың емеше булған улым, нимә һөйләйем? Эй нәҙерҙәремдең улы, һиңә нимә өйрәтәйем!


Вәғәҙә биреп тә үтәмәгәнсе, вәғәҙә бирмәүең яҡшыраҡ.


– Исраил халҡына иғлан ит, әйт уларға: әгәр ҙә берәйегеҙ Раббыға кем дә булһа берәүҙе бағышлайым, тип нәҙер әйтһә, уны билдәле хаҡҡа йолоп алырға була:


Исраилдар иһә Раббыға нәҙер әйтте: «Әгәр шул халыҡты беҙҙең ҡулыбыҙға бирһәң, уларҙың ҡалаларын харам ҡылып, тулыһынса юҡ итербеҙ», – тинеләр.


Ҡоштарҙың береһен ҡаһин гонаһ ҡорбаны, икенсеһен тотош яндырыу ҡорбаны итер, теге кешене мәйеткә ҡағылыу арҡаһында ҡылған гонаһынан пакландырыр, һәм шул көндө ул үҙенең башын ҡабат изгеләндерер.


Нәзирлек нәҙеренең бар дауамында уның башына бәке теймәһен. Раббы нәзирлегенә бағышланыу көнө тулғансы ул изге булып тора, шуға башындағы сәсен үҫтерергә тейеш.


Нәзирлегенең бөтә көндәрендә Раббы алдында изге ул.


Ифтах Раббыға нәҙер әйтте: – Әгәр ҙә Һин ғаммондарҙы ҡулыма тапшырһаң,


Һин, ауырға ҡалып, малай табырһың. Ул баланың башына бәке теймәһен, сөнки әсә ҡарынынан уҡ был бала Аллаға бағышланып нәзир булыр. Ул Исраилды пелештиҙәр ҡулынан ҡотҡара башлар.


Күңелен хәсрәт баҫҡан ҡатын әрнеп илай-илай Раббыға ялбарҙы.


Ҡатын оҙаҡ итеп Раббыға доға ҡылған мәлдә, Ғәли уның ирендәренә ҡарап ултырҙы.


Иртәгәһенә таңдан тороп Раббыға ғибәҙәт ҡылдылар ҙа Рамалағы өйҙәренә әйләнеп ҡайттылар. Әлҡана ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡылды, һәм Раббы Ханнаны иҫенә төшөрҙө.


Ханна иһә уның менән барманы. Иренә: – Баланы имсәктән айырғас, уны Раббы хозурына үҙем алып барырмын да ул шунда ғүмерлеккә ҡалыр, – тине.


Ошо бала өсөн доға ҡылғайным. Раббы үтенесемде ҡабул итте, һорағанымды бирҙе.


Һәм бына мин уны Раббыға бирәм. Инде ғүмере буйы Раббыныҡы булһын. Шунан улар Раббыға сәждә ҡылдылар.


Ғәли Әлҡана менән ҡатынына фатиха биреп: – Алланан теләп алып, Уға биргән балаң урынына Раббы һиңә ошо ҡатыныңдан башҡа балалар бирһен, – тип әйтә торғайны. Шунан улар өйҙәренә ҡайталар ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ