8 Ахав йорто юҡ булыр. Исраилда уның нәҫеленән булған ир енесенең барыһын да, иреклеме ул, ҡолмо, ҡырып бөтәм.
Ҡалаға барғас, Йеһу, Раббы Ильясҡа әйткәнсә, Ахавтың унда ҡалған бөтә нәҫел-нәсәбен тулыһынса ҡырып бөтөрҙө.
Раббы Исраил халҡының ни тиклем ауыр ғазапҡа тарығанын күрә йөрөнө: ҡол булһын, ирекле булһын, уларға ярҙам ҡулы һуҙырлыҡ бер кем дә юҡ ине.
Ысынлап та, эй Раббы, Ашшур батшалары бик күп ҡәүемдәрҙе тар-мар итте, ерҙәрен бушлыҡҡа әйләндерҙе,
Самария менән Ахав нәҫелен нисек язалаһам, Йәрүсәлимде лә шулай язалайым. Нисек һауытты һөртөп, түңкәреп ҡуялар, Мин дә тап шулай итеп Йәрүсәлимде һөртөп, түңкәреп ҡуясаҡмын.
Үҙ халҡының хәлһеҙләнгәнен, Әсирҙән дә, азаттан да һис кем ҡалмағанын күргәс, Раббы уларҙы ҡыҙғаныр, Үҙенең ҡолдарын яҡлар.
Әгәр таңға тиклем Навал кешеләренең ир енесенән булған берәйһе ҡалһа, миңә Алланың ҡаты ҡәһәре төшһөн!» – тип килә ята ине.