37 Ҡалдыҡтары Изреғил тупрағында баҫыуҙағы тиҙәк кеүек аунап ятыр. Һис кем уны: „Был – Изевел“, – тип әйтә алмаҫ».
Эй Алла, беҙҙең ҡалҡаныбыҙ, Үҙеңдең мәсихеңдең йөҙөнә күҙ һал!
Һинең ишек алдыңда үткәргән бер көнөм Башҡа ерҙә уҙғарған мең көндән яҡшыраҡ; Алла йортоноң тупһаһында торғаным Залим сатыры түрендә йәшәүҙән артығыраҡ.
Берәүҙең йөҙ балалы булыуы, оҙон ғүмер кисереүе мөмкин, ләкин ул күпме генә йәшәһә лә, шул ғүмеренең рәхәтен күрмәһә, йәки хөрмәтләп ерләнмәһә, минеңсә, үле тыуған баланың тәҡдире уныҡынан яҡшыраҡ.
Шуға күрә Раббының асыуы Үҙ халҡына ҡаршы ялҡынланды. Ҡулын һуҙып, уларға тондорҙо! Тауҙар тетрәне, мәйеттәр тиҙәк һымаҡ Урамдарҙа аунап ятты. Әммә быларҙан ғына Раббы асыуы баҫылмаҫ, Ҡулы һаман күтәрелгән килеш ҡалыр.
«Улар ғазаплы сирҙәрҙән үләсәк. Улар өсөн йәш түгеүсе лә, уларҙы күмеүсе лә булмаясаҡ, мәйеттәре ер өҫтөндә тиреҫ кеүек аунап ятасаҡ. Улар ҡылыстан һәм аслыҡтан ҡырыласаҡ, мәйеттәре күктәге ҡоштарға, ерҙәге йәнлектәргә емтек буласаҡ».
Уны үлгән ишәк кеүек күмәсәктәр – Һөйрәкләп Йәрүсәлим ҡапҡаһынан Тышҡа сығарып бырғарҙар».
Ул көндө бөтә ер йөҙө, бер сигенән икенсе сигенә тиклем, Раббы һәләк иткән кешеләрҙең мәйете менән тулыр. Мәрхүмдәр өсөн һис кем йәш түкмәҫ, йыйып алып ерләмәҫ; улар ер өҫтөндә тиҙәк кеүек ятыр.
Түрәләр, төргәк китапты Әлишамағ кәтиптең бүлмәһендә ҡалдырҙылар, үҙҙәре батша ихатаһына, батшаға барып, бөтә был һүҙҙәрҙе һөйләп бирҙеләр.
– Ул ваҡытта, – тип белдерә Раббы, – Йәһүҙә батшаларының һөйәктәре, түрәләренең, ҡаһиндарының, пәйғәмбәрҙәренең һәм Йәрүсәлим халҡының һөйәктәре ҡәберҙәренән сығарып бырғалыр.
Уларҙың һөйәктәре үҙҙәре яратҡан, хеҙмәт иткән һәм арттарынан эйәргән, кәңәш һораған, алдарында сәждә ҡылған ҡояштың, айҙың, башҡа күк есемдәренең аҫтында туҙрап ятыр. Ул һөйәктәрҙе бер кем дә йыйып алып ерләмәҫ, тупраҡ өҫтөндә тиреҫ булып ята бирерҙәр.
«Уларға әйт, Раббы былай тип белдерә: „Кеше мәйеттәре баҫыуҙағы тиреҫ, Ураҡсы артынан ҡалған көлтә һымаҡ ятыр, Уларҙы йыйып алыусы булмаҫ“».
Изреғил, Йоҡдеғам, Заноах,