28 Хеҙмәтселәре уны яу арбаһында Йәрүсәлимгә алып ҡайтты һәм Дауыт ҡалаһында ата-бабалары янында үҙ төрбәһенә дәфен ҡылды.
Дауыт донъя ҡуйып, ата-бабалары хозурына күсте һәм Дауыт ҡалаһында ерләнде.
Ул табыныу ҡалҡыулыҡтарындағы бөтә ҡаһиндарҙы ҡорбан усаҡтарында сәнсеп үлтерҙе һәм ҡорбан усаҡтарында кеше һөйәктәрен яндырҙы. Шунан Йәрүсәлимгә әйләнеп ҡайтты.
Хеҙмәтселәре Йошияһтың мәйетен яу арбаһында Мегиддонан Йәрүсәлимгә алып ҡайтып, үҙенең төрбәһенә дәфен ҡылды. Йәһүҙә халҡы Йошияһтың улы Йеһоахазды мәсехләп, уны атаһы урынына батша итеп ҡуйҙы.
Йеһорам вафат булып ата-бабалары хозурына күсте һәм Дауыт ҡалаһында ата-бабалары янында ерләнде. Унан һуң улы Ахазъяһ батша булды.
Шунан Йеһу Ахазъяһты эҙләргә тотона. Уны, Самарияла йәшенеп йөрөгән еренән табып, Йеһуға алып киләләр һәм үлтерәләр. Әммә уны дәфен ҡылалар, сөнки: «Ул бөтөн йөрәге менән Раббыға ынтылған Йеһошафат улы бит!» – тиҙәр. Шулай итеп, Ахазъяһ йортонда батша булырлыҡ берәү ҙә ҡалмай.
Амасъяһтың мәйетен атта алып ҡайтып, Йәһүҙә ҡалаһында ата-бабалары янына ерләйҙәр.
Хеҙмәтселәре уны, яу арбаһынан төшөрөп, икенсе арбаға ултырта һәм Йәрүсәлимгә алып ҡайта. Ул вафат була, ата-бабалары төрбәһенә дәфен ҡылына. Бөтә Йәһүҙә менән Йәрүсәлим Йошияһ өсөн ҡайғырып илай.