Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 9:27 - Изге Яҙма

27 Йәһүҙә батшаһы Ахазъяһ быларҙы күреп, Бейт-Һагган ҡалаһына табан ҡаса башланы. Артынан ҡыуа төшкән Йеһу: – Уны ла үлтерегеҙ! – тип ҡысҡырҙы. Үҙенең арбаһындағы Ахазъяһты Йивлеғамға етәрәк, Гур ҡалҡыулығында уҡтан атып яраланылар. Ул йәрәхәтләнгән килеш Мегиддоға барып етте лә, шунда үлде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 9:27
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бер көн Ахав Навоҫҡа: – Йөҙөм баҡсаңды миңә бир. Ул минең һарайыма бик яҡын, шуға күрә уны йәшелсә баҡсаһы итер инем. Урынына һиңә унан да яҡшыраҡ йөҙөм баҡсаһы бирәм, теләһәң, көмөш менән түләйем, – тип тәҡдим итте.


Бағана Ахилуд улы – Тағанах, Мегиддо, Изреғилдән түбәнерәк урынлашҡан Сареҫан янындағы бөтә Бейт-Шеан, Бейт-Шеандан Авел-Мехола һәм хатта Йоҡмеғамдың аръяғына тиклем һуҙылған өлкәлә;


Хатты уҡығас, тегеләр ҡурҡыуға төштө. – Ике батша унан еңелгәнде, беҙ уға нисек ҡаршы торайыҡ? – тиештеләр.


Ахазъяһтың әсәһе Ғаҫалъяһ, улының үлгәне тураһында ишеткәс, батша нәҫеленән булғандарҙың бөтәһен дә ҡырырға кереште.


Йеһуҙың Исраилда батшалыҡ итеүенең етенсе йылында Йәһүҙә тәхетенә Йоаш ултырҙы һәм Йәрүсәлимдә ҡырҡ йыл буйы батша булды. Әсәһе Сивья Беер-Шәвәғ ҡалаһынан ине.


Йәрүсәлимдә Амасъяһҡа ҡаршы фетнә ойошторолдо. Ул Лахиш ҡалаһына ҡасты, әммә дошмандары, артынан кеше ебәреп, уны шунда үлтерттеләр.


Ярандары Амонға ҡаршы фетнә ойошторҙо һәм уны һарайында үлтерҙе.


Йорам батша Арам батшаһы Хазаил менән һуғышҡанда алған яраларын дауаларға Изреғилгә ҡайтты. Йәһүҙә батшаһы Йеһорам улы Ахазъяһ Ахав улы Йорамдың хәлен белешергә тип Изреғилгә килде.


Аҡыллы менән эш иткән – аҡыл йыйған, аҡылһыҙҙы иш иткән – туңған.


Муса йәмғиәткә былай тине: – Был инабатһыҙ әҙәмдәрҙең гонаһтарына батып, улар менән бергә һәләк булмаҫ өсөн, сатырҙарынан ситкә китегеҙ, бер әйберҙәренә лә ҡағылмағыҙ.


Шуға күрә, «Улар араһынан сығығыҙ, уларҙан айырылығыҙ, – ти Раббы. – Нәжес нәмәгә ҡағылмағыҙ, шунда Мин һеҙҙе ҡабул итермен.


Исасхар менән Ашер ерҙәрендә Менашшеға улар тирәһендәге ауылдары менән бергә Бейт-Шеан, Йивлеғам; улар тирәһендәге ауылдары менән бергә Дор, Ғейн-Дор, Тағанах һәм Мегиддола йәшәүселәр бирелде. Улар өс ҡалҡыулыҡты тәшкил итә ине.


Менашше ырыуы Бейт-Шеан, Тағанах, Дор, Йивлеғам, Мегиддо ҡалаларында һәм уларҙың әйләнә-тирәһендәге ауылдарҙа көн иткән халыҡты ҡыуманы, ҡәнғәниҙәр ошо ерҙә йәшәп ҡалды.


Бына батшалар алышҡа сыҡты, Тағанахта, Мегиддо һыуҙары янында Ҡәнғән батшалары һуғышты, Тик уларға көмөш тәтемәне!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ