24 Йеһу йәйәһен йән көсөнә тартып, батшаның арҡаһына, ике ҡалаҡ һөйәгенең уртаһына, атып ебәргәйне, уҡ Йорамдың йөрәген үтә тишеп сыҡты. Батша арбаһына ҡапланып барып төштө.
Бәғелгә табыныусыларҙы Хазаил үлтерә башлар. Хазаилдың ҡылысынан ҡотолғандарҙы Йеһу, Йеһуҙың ҡылысынан ҡотолғандарҙы Ильясиғин юҡ итер.
– Күрҙеңме, Ахав Минең алдымда ҡайһылай күндәм булып ҡалды? – тине. – Шуға күрә Мин был бәләне ул тере саҡта ебәрмәйем. Әммә улы заманында нәҫел-нәсәбенә бәлә-ҡаза күндерәсәкмен.
Бер яугир, төҙәп тормайынса уҡ атып ебәргәйне, Исраил батшаһын яраланы. Уҡ һарайтаһының йөйө аша барып ҡаҙалғайны. Ахав яу арбаһын йөрөтөүсеһенә: – Атыңды бор, мине яу яланынан алып сыҡ, йәрәхәтләндем, – тине.
Көслө алыш көнө буйы дауам итте. Батшаға яу арбаһында арамиҙар ҡаршыһында һөйәлеп баҫып торорға тура килде. Уның яраһынан арба эсенә ҡан аҡты. Кискә табан батша йән бирҙе.
Хатты уҡығас, тегеләр ҡурҡыуға төштө. – Ике батша унан еңелгәнде, беҙ уға нисек ҡаршы торайыҡ? – тиештеләр.
Икенсе көндө иртәнсәк ул ҡапҡа төбөнә сығып баҫты һәм бар халыҡҡа: – Һеҙ ғәйепле түгел. Хакимыма ҡаршы мин фетнә күтәрҙем, уны мин үлтерҙем. Әммә кем быларҙың башына етте?
Раббыға ҡаршы торор аҡыл да, зирәклек тә, кәңәш тә юҡ.
«Ҡулдарыңда ниндәй яралар ул?» – тип һорағандарға: «Былар минең дуҫтарымдың өйөндә алған йәрәхәттәр», – тип яуап ҡайтарыр.
Кешеләр «барыһы ла тыныс һәм имен» тигән саҡта, уларға ҡапыл һәләкәт килер, һәм был хәл йөклө ҡатындың бала тыуҙырыу мәлендәге ғазаптары кеүек үк ҡотолғоһоҙ.