Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 9:17 - Изге Яҙма

17 Изреғил манараһы башында торған күҙәтсе күмәк атлылар менән сабып килгән Йеһуҙы абайлап ҡалды ла: – Бер төркөм сапҡынсыларҙы күрәм! – тип ҡысҡырҙы. – Ҡаршыларына һыбайлы ебәрегеҙ. Именлек менән киләләрме, һораһын, – тип бойорҙо Йорам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 9:17
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул арала Авшалом ҡасып киткәйне. Һаҡта торған егет тау битләүендәге юл буйлап бер төркөм халыҡ килгәнен күреп ҡалды.


Был ваҡытта Дауыт эске һәм тышҡы ҡапҡа араһында ултыра ине. Күҙәтсе диуар яғынан ҡапҡа башына менеп ҡарағайны, бер кешенең йүгереп килгәнен күреп ҡалды.


– Үҙең белеп тораһың, батшалыҡ минеке булырға тейеш ине, – тине Адонияһ. – Бөтә Исраил миңә буласаҡ батша тип ҡарай ине. Әммә батшалыҡ ҡустым ҡулына күсте, Раббы ихтыяры шулай булды.


Аттарҙы ике яу арбаһына ектеләр һәм батша бер нисә кешене: – Барығыҙ, ни булғанын белеп ҡайтығыҙ, – тип арамиҙар ғәскәре артынан оҙатты.


Йеһу хеҙмәттәштәре янына сыҡты. Араларынан береһе: – Имен-аманмы? Был тиленең һиндә ниндәй йомошо бар? – тип һораны. – Уның кем икәнен, нимәләр һөйләй алғанын һеҙ үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ, – тине Йеһу.


Шунан яу арбаһына ултырып, Изреғилгә китте. Яралы Йорам шунда ята һәм Йәһүҙә батшаһы Ахазъяһ уның хәлен белергә килгәйне.


Һыбайлы Йеһуға ҡаршы сабып барҙы ла: – Батша: «Именлек менән киләһегеҙме?» тип һорай, – тине. – Был һинең эшең түгел, – тип яуапланы Йеһу. – Әйҙә, минең арттан төш! Күҙәтсе илсенең сапҡынсыларға барып еткәнен, әммә кире боролоп ҡайтмағанын хәбәр итте.


Икенсе һыбайлыны ебәрҙеләр. Ул да былар алдына килеп: – Батша: «Именлек менән киләһегеҙме?» тип һорай, – тине. – Был һинең эшең түгел, – тип яуапланы Йеһу. – Әйҙә минең арттан төш!


Исраилдың ҡарауылсылары һуҡыр, Барыһы ла белекһеҙ. Улар һәммәһе – өрә белмәгән телһеҙ эт, Яталар ҙа серемгә китәләр, Йоҡларға бик яраталар!


Диуарҙарыңа, эй Йәрүсәлим, Мин һаҡсылар ҡуйҙым. Көнөн-төнөн уларҙың тауышы тынмаҫ. Эй Раббының иҫенә төшөрөп тороусылар, Һеҙ ҙә үҙегеҙгә тынғылыҡ бирмәгеҙ!


Шемуил Раббы әйткәнсә эшләне – Бейт-Ләхәмгә килде. Ҡаланың аҡһаҡалдары ҡурҡышып уға ҡаршы сыҡты. – Именлек менән килдеңме? – тип һоранылар.


Дауыт әйберҙәрен ылау ҡарауылсыһына ҡалдырҙы ла сафтар яғына йүгерҙе. Ағалары янына килеп, уларҙан һаулыҡ һорашты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ